Ауыр һуғыш йылдары йөгөн үҙ иңендә күтәргән, сая рухлы инәйгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Ксения Ивановна теремек, хәтере яҡшы. Ул йылдарҙа гөл-сәскәләй ҡыҙҙарыбыҙға ир-арыҫландар ҙа күтәрә алмаҫтай һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңенә алырға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, Ксенияның атаһын да фронтҡа алалар. Ғаиләлә биш бала, әсәһенә ярҙам итер өсөн Ксения тимер юл вокзалына белешмәләр бюроһына эшкә керә. Был осор - иң ауыр йылдар, тип хәтерләй ветеран. Һуғыш йылдарында карточкаға бирелгән аҙыҡ менән генә туҡланһаҡ, 1946 йылда атайым һуғыштан ҡайтҡас, бәрәңге сәсеп, шуны ашап, ҡыш сыға торғайныҡ, ти Ксения Бирюкова.
Һөйкөмлө ҡыҙ тормошон хәрби училище курсанты Юрий Александрович менән бәйләй. Улар 1948 йылда Мәскәүгә сығып китә. Унда Ксения Ивановна балалар баҡсаһында врач булып эшләй. 1952 йылда Өфөгә киренән ҡайтҡас, 13-сө ҡатын-ҡыҙҙар колонияһына эшкә бара, күп тә үтмәй уны Салауат ҡалаһының 4-се колонияһына санитария часының врачы итеп күсерәләр. Ул хаҡлы ялға частың начальнигы вазифаһында һәм майор званиеһында сыға. Эске эштәр органдарында ул 31 йыл хеҙмәт иткән.
Ксения Бирюкова I, II, III дәрәжәләге «Өлгөлө хеҙмәт өсөн», «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн», “Совет милицияһына - 50 йыл” миҙалдарына, «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһенә һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған.
- Бик ауыр булһа ла, хеҙмә-тем оҡшағанға, оҙаҡ йылдар колонияла эшләнем. 4-се колония хеҙмәткәрҙәре мине онотмай, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Уларға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Ксения Ивановна.
Аяуһыҙ йылдарҙың барлыҡ ҡыйынлыҡтарын, михнәттәрен кисерергә тура килгән тыл һалдаттары, ысынлап та, ҡәҙер һәм хөрмәткә лайыҡ, сөнки тап улар - тарихтың тере шаһиттары.