газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 10:09

Һуғышта ла, тыныс осорҙа ла Ватанға хеҙмәт итә

Бына Еңеү байрамының 74-се яҙы ла килеп етте. Ҡырҡ бишенсе йылдың яҙ башынан аралар йырағайһа ла, Еңеү көнөнөң ҡәҙере кәмемәй, арта ғына бара. Беҙ фронт һәм тыл ветерандарына Еңеү яҙы өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, күп кенә фронтовиктар милиция хеҙмәт-кәрҙәре рәтен тулыландыра. Хәрби тәжрибәһен закон һәм ғәҙеллек, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә арнаған ветерандарҙың береһе - Кәшәф Ғәбитов.

Кәшәф Фәррәх улы Мәләүез районы Юлдаш ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия техникумында белем алғас, уҡытыусы булып эшләй. 1939 йылда армияға алына һәм 17 йыл тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләй. Монголияла хеҙмәт иткәндә Германиялағы һуғыш тураһында хәбәрҙе ишетә. 1942 йылда фронтҡа ебәрелә. Белгородты, Харьковты, Воронежды, Курск һәм Орелды немец ғәскәрҙәренән азат итеүҙә, Венгрия, Чехословакия илдәрендә контрреволюцияны баҫыуҙа ҡатнаша.

1944 йылда Венгрия территорияһында махсус операция барышында яралана һәм дүрт айҙан ашыу госпиталдә дауалана. Ғәбитов һуғышты пехотасы булып башлаһа, Прага ҡалаһында лейтенант званиеһында тамамлай. Кәшәф Фәррәх улы һуғыштан һуң тағы ла 11 йыл хеҙмәт итә, 1958 йылда майор званиеһында демобилизациялана. Был осорҙа ғаилә ҡорорға ла өлгөрә. Тыныс тормошта ни эшләргә тигән һорау тыуғас, оҙаҡ уйламай тыуған яғына ҡайта. Тыуған ауылынан алыҫ түгел Салауат ҡалаһында ул яңы тормош юлын башлай. 1959 йылда 12-се һөнәри-техник училищеға тәрбиәсе булып эшкә керә. Аҙаҡ тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп һайлана. Ойоштороу һәләтен иғтибарға алып, 1963 йылда Кәшәф Ғәбитовты «Белем» йәмғиәтенең яуаплы секретары, ә 1965 йылда КПСС-тың ҡала комитеты инструкторы итеп һайлайҙар.

Бер нисә йылдан һуң хөрмәтле ветеран Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлеге начальнигының эске хеҙмәт буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. Һөнәри оҫталығы арҡаһында Кәшәф Фәррәх улы шәхси составты тәрбиәләүгә, ҡаланы тәртип һағы менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. 12 йылдан ашыу эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Кәшәф Фәррәх улына иң тәүгеләрҙән булып милиция полковнигы званиеһы бирелә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул 5-се автобазаның граждандар оборонаһы штабы начальнигы вазифаһын алып бара.

Кәшәф Ғәбитов 30-ҙан ашыу хәрби орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Улар араһында I, II дәрәжә Ватан һуғышы, «Ҡыҙыл йондоҙ», Монгол халыҡ республикаһы ордендары, «Хәрби хеҙмәт өсөн», «Праганы алған өсөн» миҙалдары бар. 2010 йылда һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, милицияның отставкалағы полковнигы Кәшәф Фәррәх улына «Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы» тигән исем бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2016 йылда Кәшәф Ғәбитов яҡты донъянан китә.

Еңеү өсөн үҙҙәрен аямаған аяныслы ваҡиғалар шаһиттары бармаҡ менән һынарлыҡ ҡына ҡалды. Салауат эске эштәр бүлеге ветерандары араһында берәү ҙә юҡ. Шулай ҙа беҙ Кәшәф Ғәбитов, Рәшит Әғләев, Рәшит Вәлитов, Ғайса Ғәлиев, Хәмит Вәлиев, Василий Крупчинов кеүек өлкән коллегаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмайбыҙ.


Читайте нас: