Сараға килеүселәр беҙҙең көнитмештең иң сетерекле бер тармағы - торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе, файҙа килтерерҙәй тәҡдимдәрен еткерҙе. “Управдом” форумы, исеменән үк күренеүенсә, башлыса ҡала мөхитенә ҡағылды. Унда подъездар ремонты, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, күп фатирлы йорттарҙы ҡарауға бәйле “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был форумды йыл һайын үткәрергә кәрәк.
- Йорт идарасылары - беҙҙең ихата-йорттарҙа тәртип булдырыуҙа төп ярҙамсылар, – тине республика етәксеһе. - Киләһе форумда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан ошо саралағы күрһәтмәләрҙе үтәү буйынса отчет биреүен һорайым.
Был форум эшендә Сала-уаттан да ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов етәк-селегендәге егерме кешенән торған делегация ҡатнашты. Улар ҡалалағы подъездарҙы ремонтлау, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекттары тураһында күргәҙмә ойошторҙо һәм уның менән республика етәкселеге лә танышты. Радий Фәрит улына Салауаттың Ленин урамындағы аллеяны төҙөклән-дереү идеяһы оҡшаны. Уның фекеренсә, ул ҡаланың төп ял итеү урынына әйләнеүе мөмкин.
Берлектәге эш был форум менән генә бөтмәй: бер айҙан Радий Хәбиров «түңәрәк өҫтәл»дәр модераторҙары менән осрашып, тәҡдим-идеяларҙы тағы бер тапҡыр анализлап, уларҙы нисек ғәмәлгә ашырыу юлдарын эҙләйәсәктәр. Беҙҙең ҡала-ларҙы гөл баҡсаға әйләнде-рергә мөмкин, тырышлыҡ ҡына кәрәк, тине Радий Хәбиров.