газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 10:59

Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар...

Әлеге осорҙа һәр водителдең өйөнән сығып машинаһына ултырыу менән юлы ҡала урамдарындағы соҡорҙарҙы һанауҙан башлана. Хатта иң оҫта һәм тәжрибәлеләргә лә уларҙы урап ҡотолоу мөмкин түгелдер, сөнки уңда ла соҡор, һулда ла соҡор. Матур яҙ миҙгеленең иң йәмһеҙ күренеше шул был соҡор-саҡырҙар. Шулай ҙа юлдар мөмкин тиклем рәткә килтерелеренә өмөт бар. Сөнки ҡаланың әле бер урамында, әле икенсе урамында юлсыларҙың соҡорҙарҙы ямау менән мәшғүл булыуы күҙгә салына.

Билдәләргә кәрәк, ямау эштәре - ул юлдағыларҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү өсөн ваҡытлыса күрелгән сара. Һауа торошоноң температураһына ҡарап ремонт эштәрендә төрлө технологиялар ҡулланыла. Улар ярҙамында, бер соҡорҙы бер нисә минут эсендә төҙөкләндерергә мөмкин. Юлдар ремонты ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлиловтың һәр саҡ күҙәтеүе аҫтында. Оператив кәңәшмәлә был тема көн үҙәгенә сығарыла, шулай уҡ эш алып барылған урындарға үҙе сығып, ремонттың барышы менән танышып тора.

Ҡала хужалығы идаралығының юл хужалығы һәм төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Руслан Фәтхелбаянов хәбәр итеүенсә, идаралыҡ белгестәре лә ҡаланың урам-юл селтәре торошона даими мониторинг уҙғара. Был йәһәттән улар юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар буйынса интерактив картаға килгән заявкаларға айырым иғтибар бүлә. Март уртаһында уҡ ҡала хакимиәтенең сайтында һәм социаль селтәрҙәге төркөмөндә юл ремонты картаһын бергә булдырыуҙы тәҡдим итеп мәғлүмәт бирелде. Һәр теләгән кеше был картала насар юлдарҙы билдәләп, фотоһүрәт менән нығытып ҡуйыуы мөмкин. Унда кешеләр үҙҙәренең бихисап тәҡдимдәрен ебәрҙе.

Бына яңыраҡ беҙ юлсыларҙың Салауатҡа көньяҡтан ингәндә Салауат Юлаев һәйкәле әйләнешендәге юлды рәткә килтереүенә шаһит булдыҡ. Унан алда Фурманов, Бочкарев урамдарында юлдар төҙөкләндерелде. Ҡала хужалығы идаралығы белгесе Руслан Фәтхелбаянов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта юлсылар Беренсе май, Горький, Колхоз, Матросов урамдарында ремонт менән мәшғүл. Шулай уҡ квартал эсендәге юлдарҙы рәткә килтереүгә лә тотонғандар. Идара итеүсе компаниялар мәғ-лүмәте буйынса, уларға ҡараған территорияларҙа өс мең ярымға яҡын соҡорҙо, йәғни 12675 квадрат метр майҙан юлды ямау талап ителә.

Руслан Мәғнәүи улы ҡалала юл япмаһын ремонтлаусы муниципаль предприятие юҡ, ти, шуға күрә федераль закон нигеҙендә подряд ойошмалар электрон аукцион процедураһы нигеҙендә билдәләнә. Мәҫәлән, «Махсус автохужалыҡ Плюс» йәмғиәте башта 1455 квадрат майҙанда соҡор ремонты һәм 4100 квадрат майҙанда карта менән ремонт буйынса контракт төҙөһә, һуңыраҡ тағы ла 4000 квадрат майҙанда юл ремонтлауға аукционда еңеп сыға. Шулай уҡ юлдарҙы рәткә килтереү менән шәхси эшҡыуар Ш.Р.Карапетян ойошмаһы ла шөғөлләнәсәк. Шуныһына ла аңлатма биреп үтергә кәрәк, соҡор ремонты - ул 5 квадрат метрға тиклемге юл етешһеҙлеген ремонтлау, ә карта менән ремонт юлдағы боҙоҡлоҡ 5 квадрат метрҙан артып киткән осраҡта ремонтлауҙы күҙ уңында тота.

2019 йылда Салауатта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 7 участкала асфальт-бетон япмаһын ремонтлау ҡаралған. Уның дөйөм майҙаны 79 мең 545,45 квадрат метрға тиң һәм эштәргә 66 млн 978 мең 896,83 һум аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.
Читайте нас: