- Гәзит уҡыусылары һинең булған хәлдәреңде, юмористик хикәйәләреңде яратып ҡабул итте.
Матбуғат биттәрендә күренмәй башлаһаң, Асҡаровтың материалдарын баҫығыҙ, тип йөҙәтәләр. Ҡәләмгә йәбешергә нимә этәрҙе һине, Иншар Булат улы?
- Йәш саҡта уҡ яҙышырға теләк ҙур ине, уҡталып ҡуйҙым ҡуйыуын, донъя мәшәҡәттәре менән ваҡыт етмәне. Сәләмәтлегемә ҡаза килеп, пенсияға сыҡҡас, ваҡыт күбәйҙе, ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай. Шулай бала саҡта булған хәлдәрҙе, ауылдаш-тарҙың мәҙәктәрен иҫкә төшө-рөп ултыра торғас, дәртләнеп киттем. Интернет көслө бит хәҙер, беҙҙең сит-ят яҡтарҙа йөрөгән яҡташтар ауылды онотмаһындар, иҫкә төшөрөп торһондар, кәйефтәре күтә-релһен тип, “Синыфташтар” сайтында Үрге һәм Түбәнге Аллағыуат ауылдарының “Ша-ғараҡ” төркөмөн булдырҙым. Шунда яҙғандарҙы ваҡытлы матбуғатҡа ла ебәргеләйем.
- Һинең геройҙарың, башлыса, үҙегеҙҙең ауылдаштар, бергә йәшәгән күршеләрең, хеҙмәттәштәрең. Гәзиттә үҙҙәре тураһында уҡығас, хикәйәләрең донъя күргәс, үпкәләп, кенә ҡыуып йөрөмәйҙәрме?
- Ауылдаштарымды үпкәлә-термен, тип уйламайым. Мин бит позитив кәйеф булдырам. Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләмәйем. Былай бер ҙә үсегеп, йә пыр туҙҙырып урам уртаһында әрләп киткән кеше юҡ әлегә.
Беҙҙең ауыл халҡы донъяға билдәле Габрово кешеләре кеүек бит ул, юморҙы аңлайҙар. Бер-бер хәл булһа, уның мәҙәк яҡтарын күрергә тырышалар. Көләләр ҙә, оноталар. Кеше үҙе аңлай үҙенә кәрәген.
- Тормош гел аҡтан йәки ҡаранан ғына тормай, төрлө ваҡыттар була. Бына берәйһен нахаҡҡа рәнйет-кәндә нимәләр кисерәһең?
- Бәләкәй саҡта берәй малайҙы күмәкләп илатһаҡ, аҙаҡ мин теге малайҙы ныҡ йәлләй инем. Үҫә төшкәс, ундай хәл булһа, көсһөҙ яҡты яҡлап сыға башланым. Бер-ике тапҡыр үҙемә лә арыу эләкте шул арҡала. Хәҙер инде, тормош һабаҡтарын мул алған кеше булараҡ, үҙемде нахаҡҡа рәнйеткән кешене лә ғәфү итәм. Алла бар бит, ул барыбер язаһыҙ ҡалдырмаясаҡ ғәйепле әҙәмде.
Һәр ваҡыт түгел, әлбиттә, ҡайһы ваҡыт уйлап торма-йынса, кешегә һуғып, йә әрләп ебәрәһең, ә ул һиңә яҡшылыҡ теләгән булған икән. Тормошта ундай мәлдәр ҙә булды минең.
- Һинең өсөн кешеләрҙең ниндәй сифаттары ҡәҙерле?
- Кешенең сифаттарына килгәндә, иң тәүҙә алдашмау-ҙы өҫтөн ҡуям. Бер тапҡыр мине алдаһалар, шул алдаған кешегә мөнәсәбәтем ҡырҡа үҙгәрә. Уға булған кире ҡара-шымды үҙенә күрһәтмәйем, әммә бүтән был кешегә ышанмайым, яҡын юллатырға тырышмайым.
Шунан кешеләге итәғәт-лекте юғары баһалайым. Кәрәк урынында телде тыйыу сифаты оҡшай. Тураһын бәреп, кешенең күңелен китеп, үҙенә ләззәт алған кешеләрҙе йәнем һөймәй.
- Бөгөн ниндәй пландар менән йәшәй гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Иншар Асҡаров?
- Бына иллене тултырам да, артабан атлайым инде. Оло, күләмле әҫәргә тотонорға ҡә-ләмдең ослолоғо, һүҙ байлы-ғы, тәжрибә етмәйерәк. Уймаҡ хикәйәләр, ҡыҙыҡлы хәлдәр яҙырмын, тим. Ошолар менән бергә ауылыбыҙҙың тарихы бу-йынса материалдар туплайым. Хәлемдән килеп, осона сыға алһам, бәлки, китап итеп тә булыр.
- Әңгәмәң өсөн рәхмәт һиңә, Иншар! Ижад шишмәңдең инеше һулымаһын.