газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2019, 14:55

Машинаңды газонда ҡалдырма! Штраф һалырҙар!

- Башҡортостанда машиналарҙы газондарҙа ҡалдырған өсөн штраф индерелде. Закон боҙоусыларҙы ниндәй яза көтә? И. Ҡарамышев.

- БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына өҫтәмәләр индерҙе. Яңылыҡ автомобилселәргә ҡағыла. Хәҙер газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында “тимер ат”ты ҡалдырып китеү тыйыла.

Газондарҙа туҡталҡа яһаған өсөн: граждандарға - 1 меңдән 2 мең һумғаса, вазифалы кешеләргә - 5 меңдән 10 меңгәсә, юридик шәхестәргә 20 меңдән 30 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ. Ҡабаттан яһалған хоҡуҡ боҙоу өсөн етдирәк яза ҡаралған: граждандарға - 3 меңдән 4 мең һумғаса, вазифалы кешеләргә - 15 меңдән 20 меңгәсә, юридик шәхестәргә 35 меңдән 50 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Билдәләнеүенсә, протоколды райондарҙағы администра-тив комиссиялар төҙөй, штрафты ла улар яҙа. Берәйһенең газонда, балалар йәки спорт майҙансығында машинаһын ҡалдырып киткәнен күргән кешеләр комиссияға ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Штраф түләүҙән килгән аҡса өҫтәмә туҡталҡа урындарын ҡороуға, кәртәләр ҡуйыуға тотоноласаҡ.


Читайте нас: