Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2019, 11:22

Ҡала тарихы - уның халҡында

Ҡалабыҙҙың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған марафон үтте. Сараны музейҙың экскурсоводы Валентина Бохарина алып барҙы. Кисәгә Салауаттың үҫешендә ҙур роль уйнаған мәртәбәле ҡунаҡтар һәм мәктәп уҡыусылары саҡырылды

Байрамдың ҡунағы Социалистик Хеҙмәт Геройы, ҡаланың Почетлы гражданы, ҡала ветерандар советы ағзаһы Йәүҙәт Мәзитов үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште. Армиянан һуң ул комсомол путевкаһы буйынса Салауатты төҙөргә килә. Бында үҙенең икенсе яртыһын табып, донъя ҡора.

- Мин ташсылар бригадаһының бригадиры булдым. Беҙҙең ҡулдар менән күпме күркәм социаль объекттар, йорттар ҡалҡып сыҡты. Хәҙер ҡала күпкә ҙурайҙы, матурайҙы, - тине Йәүҙәт Йыһанур улы.

Башҡортостанды, Салауатты үҫтереүҙә тос өлөш индергән кешеләребеҙ күп. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова, ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Любовь Никитиналар кисәнең биҙәге булды. Улар ҙа үҙҙәренең хеҙмәттәре, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләп үтте.

Халҡыбыҙ тарихы ҡанлы ла, шанлы ла. Тарих - ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Һәр кем тыуған яғының, яратҡан ҡалаһының тарихын, ата-бабаларының тормош-көнкүрешен, милләтенең мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Шуға ла был сарала ҡалабыҙҙың билдәле кешеләре менән аралашыу, үҙешмәкәр артистарҙың башҡорт һәм рус телендә йырҙарын башҡарыуы үткәндәргә ҡайтарҙы.

“Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреж-дениеһы директоры Руслан Сафиканов сара аҙағында ҡаланың лайыҡлы граждан-дарына “Салауат ҡалаһы. 70 йәш” тип исемләнгән энциклопедияны бүләк итте.


Читайте нас: