газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2019, 11:26

Уңыш урамы уңыш килтерер

Уҙған аҙна ҡала хакимиәтендәге махсус комиссия ултырышында ҡала урамдарына исем биреү мәсьәләһе ҡаралды. Уның эшендә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабдрахманов, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Рәйес Кирәйев, ҡаланың Почетлы граждандары Таис Колышев менән Виктор Давыдков ҡатнашты.

Ултырыштың көн тәртибенә өс мәсьәлә ҡуйылғайны. Тәүгеһе - Салауат эске эштәр бүлегенең үтенесен ҡарау. Виктор Давыдков ҡала урамдарының береһенә милицияның кесе лейтенанты Николай Боченков исемен бирергә тәҡдим итте.

- 1996-сы йыл... Донъяларҙың боларған сағы. Николай Боченков ҡоралланған ике агрессив төркөм араһындағы низағты туҡтатырға маташа. Хоҡуҡ һаҡсыһының «Таралашырға!» тигән әмерен йәштәр ишетмәй ҙә. Боченков, күп уйлап тормайынса, төркөм араһына ташлана. Йәш егет үҙенең ғүмере менән башҡаларҙыҡын һаҡлап алып ҡала. Үлгәндән һуң егет “Батырлыҡ” ордены менән бүләкләнә. Шуға ҡала урамдарының береһенә уның исемен биреүҙе һорайбыҙ, - тине ул.

Комиссия ағзалары кәңәшләшеп, ысынлап та, ҡала үҙ батырҙарын оноторға тейеш түгел тип, тәҡдимде хупланы.

Икенсе һорау - «Көнбайыш» биҫтәһендәге урамдарға исемдәр биреү ине.

- Льготалы граждандарға бүленеп бирелгән ер участкалары кадастр иҫәбенә ҡуйылған, ә урамдарҙың атамаһы юҡ. Яңы барлыҡҡа киләсәк биҫтәләге урамдар яңғырашлы исемдәр йөрөтөргә тейеш. Тәү сиратта, беҙ ҡала халҡының фекерен белдек. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә һорау алыу уҙғарҙыҡ. Унда төрлө тәҡдимдәр булды. Бөгөн иң күп тауыш йыйғандарын һайлап алабыҙ, - тине Нил Әнүәр улы.

Ысынлап та, ҡала халҡының үҙенә исем һайлау мөмкинлеге бирелгән. Араларында ҡолаҡҡа ятышлылары ла һәм, киреһенсә, мәғәнәһеҙҙәре лә бар. Мәҫәлән, Раузалар, Зөбәржәт, Яңы тормош урамдарын күптәр хупламаған. Күп булһа, 2-3 тауыш йыйылған. Исеме есеменә тура килһен тип, ниндәй урамға ҡайһыһын биреү өҫтөндә ентекле уйландылар ултырыш ағзалары. Мәҫәлән, 116-сы кварталға яҡыныраҡ урамға Баллы урам тип ҡушылды. Ысынлап та, унда умартасы йәшәй икән. Был исем бихисап кешенең күңеленә хуш килгән. Ағас күберәк үҫкән яҡтар Ҡайынлыҡ, Ҡарағай, Сағанлы урамдар тип аталды.


Читайте нас: