Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2019, 11:22

Дандары һүнмәҫ батырҙар

Республикала «#Башҡортостанүҙбатырҙарынхөрмәтләй» акцияһы уҙа. Башланғыс менән республика Хөкүмәте Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан сыҡҡан. Улар фекеренсә, был - Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына хөрмәт күрһәтеү. Беҙҙең ҡала ла акциянан ситтә ҡалманы.

Сара сиктәрендә Сала-уатта йәмғеһе биш баннер эленә. Уның береһе - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә, ҡалғандары үҙебеҙҙә тыуып үҫкән батырҙарға арналған: берәүһе - Рәсәй, дүртәүһе Советтар Союзы Геройына.

Советтар Союзы Геройы Алексей Сухоруковты данлаған баннер Калинин һәм Ленин урамдары киҫелешендә урын алған. Алексей Сухоруков һуғыш башланғандың тәүге көндә-ренән яуға китә. Өлкән лейтенанттың батареяһы 1943 йылдың 18 ноябрендә тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Таңғы сәғәт дүрттәрҙә дошман Кроватичи ауылының көньяғында беҙҙекеләргә ҡарата ут аса. Батарея илбаҫарҙарға батырҙарса ҡаршы тора. Төҙәүсе урынына ҡалған Сухоруков атака менән килеүсе пехотаны һәм танкты тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ул дошмандың өс танкын яндыра, биш пулеметын юҡ итә, өскә яҡын пехота взводын утта тота. Ике сәғәт эсендә - уның батареяһы дошмандың өс һөжүмен кире ҡаға.

Ҡала үҙ батырын онот-май. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уның батырлығына арналған бүлек асылған. Герой йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылған. Ҡала урамдарының береһе Сухоруковтың исемен йөрөтә.


Читайте нас: