газета "Салауат"
+2 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Марта 2019, 09:27

Юлдар ремонтын - күҙәтеү аҫтына

1 апрелгә тиклем республикала юлдарҙы ремонтлау карталары менән мобиль ҡушымта эшләй башларға тейеш. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мобиль ҡушымта юлдарҙа алып барыласаҡ ремонт барышын контролдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, бындай интерактив карта 1 июндә старт алырға тейеш. Әммә республика етәксеһе билдәләнгән ваҡыт менән килешмәне. «Беҙҙең төбәккә ҡатмарлы һауа шарттары хас. Шуға ла юлдарҙа соҡорҙар хасил була. Һөҙөмтәлә кешеләр һәм автомобилдәр зыян күрә», - тине Радий Хәбиров.


Читайте нас