газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2019, 11:04

Йәшәү шарттарыбыҙ уңайлы булһын өсөн

Марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Хәҙерге тормошто был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ҡала кешеләренең көнкүрешендәге именлек тап уларҙан тора. Коммуналь хеҙмәттәрҙең өҙөклөкһөҙ эшләүе - уңайлыҡтар, таҙалыҡ, тәртиптең нигеҙе. Һәм кешенең кәйефе лә тап ошоға бәйле. Һөнәри байрамдары уңайынан 8-се торлаҡ идаралығының баш инженеры Альберт Бикмаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Альберт Мөҡсин улы, йыш ҡына предприятиеның уңыштары - ул бөтөн коллективтың тырыш хеҙмәте, тип баһалайбыҙ. Һеҙҙеңсә, был хаҡ һүҙҙәрме?

- Тап, шулай. Ҡаланың ҙур өлөшөн хеҙмәтләндергән, 120 кешенән торған «8-се торлаҡ идаралығы» коллек-тивының көндәлек тырыш-лығын билдәләп үтергә кә-рәк. Ойошмабыҙ ҡалала иң эреләрҙән һанала. Тәжрибәле, бар нимәне алдан күрә белеүсе етәксебеҙ Людмила Калинина уның эше көйлө һәм тотороҡло барһын өсөн барыһын да эшләй.

- Башлыса халыҡтан ниндәй мөрәжәғәттәр ҡабул итәһегеҙ, уларҙың барыһы ла ҡәнәғәт ҡаламы?

- Төрлө мөрәжәғәттәр була. Идара итеүсе компанияла ялыуҙар һәм тәҡдимдәр журналы бар. Халыҡ унда эшселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, кемдеңдер эшен баһалап, билдәләп үтергә тәҡдим итә. Ялыуҙар ҙа бар. Бына бөгөн, мәҫәлән, 112 берҙәм диспетчер хеҙмәте телефонына шылтыратып, Калинин урамындағы 85-се йорт алдында машиналар үтерлек түгел, ҡар-боҙлауыҡ тип хәбәр иткәндәр. Шунда уҡ сығып йүгерҙем. Бөтә ерҙә асыҡ асфальт. Шуны фотоға төшөрөп кире ебәрергә тура килде. Алдап, яла яҙыусылар табылып тора.

- Быйыл ҡар ишелеп яуҙы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең дә мәшәҡәттәре артты...

- Коммуналь хеҙмәттәр өсөн еңел булмаған осор, юлдарҙан, ҡыйыҡтарҙан ҡар, боҙ таҙартыу - әлеге ваҡытта төп эшебеҙ. 4 балта оҫтаһынан һәм ике мастерҙан торған ике бригада ҡыйыҡтарҙан ҡарҙы таҙарта. Ситтән, йәки Стәрлетамаҡтан килешеү буйынса бер бригада сәнәғәт альпинистарын йәлеп иттек. Өҫтәмә рәүештә ҡыйыҡ ябыусы егеттәр ҙә эшкә ҡушыла. Февраль башынан алып барлыҡ йорттарҙағы боҙбармаҡтарҙы ҡағып төшөрөп бөттөк. Ҡаланың идара итеүсе компаниялары араһында интернет селтәрен-дә төркөм булдырылған. Унда ҡайҙа ниндәй проблемалар бар, яҙылып тора. Беҙ уны ашығыс рәүештә хәл итергә тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, балкондарҙан боҙбармаҡтар-ҙы фатир хужалары үҙҙәре таҙартырға тейеш. Элек йорттарҙың проектында ундай ябыулы балкондар булмаған. 80-се йылдар аҙаҡтарында кешеләр үҙҙәре уны ағас, быялалар менән уратып ала башланы. Был халыҡ үҙе эшләгән төҙөлөш тип атала. Әммә беҙ бер ҡыйыҡҡа менгәс, таҙартмай ҡалдырмайбыҙ. Өфөлә, Күмертауҙа ҡы-йыҡтарҙан кешеләрҙең башына ҡар, боҙбармаҡтар ҡолау осраҡтары бар. Беҙҙә ундай хәлдәр булғаны юҡ.

- Һеҙҙең идара итеүсе компанияны йорт алдындағы ҡарҙы таҙартыу буйынса маҡтап телгә алалар. Был эш һеҙҙә нисек ойошторолған?

- Беҙ был эште көҙҙән үк хәстәрләп ҡуйҙыҡ. Стәрлетамаҡ сода заводынан 6 тонна махсус тоҙ килтерҙек. Уны алты участкаға тараттыҡ. Шуға ла беҙҙең бер генә подъезд алдында ла ҡар ятмай. Тротуарҙарға ла ошо ҡатнашманы һибеп сығабыҙ.

- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан кемдәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?

- Бер кемде лә айырып билдәләү мөмкин түгел, сөнки бер яҡтан коллектив ҙур, ә икенсенән һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарай, һәр ҡайһыһын үҙ һөнәренең оҫтаһы, тиергә була. Балта оҫтаһы-түбә ябыусы Раил Сәлиховты телгә алмай булмай, ул 30 йылдан ашыу ошо предприятиела эшләй. Уның ярҙамсылары Эдик Мостафин, Евгений Потеряхин, Марат Ханмырҙин, электр газ менән иретеп йәбештереүсе Марс Камалов, буяусы Земфира Хөсәйенова, ағалы-ҡустылы слесарҙар Раил һәм Ринат Мөлҡәмәновтар, урам һепереүсе Игорь Карпов тәүге эш көнөнән үк үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, колле-галарымды, ветерандарыбыҙ-ҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән тәбрикләйем.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.


Читайте нас: