- Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙең барығыҙҙы ла 8 Март байрамы менән ҡотлайым, - тип башланы һүҙен Динар Ғәли улы. - Һеҙҙең арала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре, ҡала-ның Почетлы граждандары, мәғариф, мәҙәниәт, медицина һәм башҡа өлкә вәкилдәре, студенттар ҙа бар. Һәр ҡайһығыҙ эшегеҙҙә тырышлыҡ, яуаплылыҡ күрһәткән һәм күрһәтә. Ғүмерегеҙҙе балалар тәрбиә-ләүгә, ғаилә усағын һаҡлау-ға арнайһығыҙ, эшегеҙҙә лә уңышҡа ирешәһегеҙ, ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәйһегеҙ, шәфҡәтлелек менән шөғөллә-нәһегеҙ, ҡала һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ.
Был көндө ҡала хакимиәте вәкилдәре байрамға килә алмаған Бөйөк Ватан һуғышын-да ҡатнашыусыларҙы, ветеран-дарҙың тол ҡатындарын да өйҙәренә барып ҡотланы. Ғөмү-мән, был яҙғы күркәм байрам-дан берәү ҙә ситтә ҡалманы.