газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2019, 14:31

Матурайыр ҡалалар, матурайыр ауылдар

Башҡортостанда «Тыуған урам» программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында 3,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Ә «Башҡортостан ихаталары» программаһын бойомға ашырыу өсөн 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә.

«Тыуған урам» республика программаһы ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт һалыуҙы күҙ уңында тота. Транзит автомобиль юлы үткән үҙәк урамдарҙы һәм 1000 кешенән күберәк кеше йәшәгән ауылдар урамын асфальтлау ҡарала. Ағымдағы йылдың беренсе апреленә тиклем муниципалитет башлыҡтары программаға индереү өсөн билдәләнгән талаптарға яуап биргән урамдар теҙмәһен әҙерләргә бурыслы.

«Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса быйыл йәй 480 ихата төҙөкләндереләсәк, ә алдағы 5 йылда 2 мең 903 ихатаны яңыртыу планлаштырыла. Эштәр 15 майҙа башланып 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Программа ҡатнаш финанслау тәртибенә нигеҙләнгән. Аҡсаның 99 проценты республика ҡаҙнаһынан бүленә, 1 проценты - халыҡтыҡы.
Читайте нас: