газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2019, 11:07

Хәйерле сәғәттә!

12 мартта ҡала хакимиәте башлығы билдәләнде. Был яуаплы вазифаға Динар Хәлилов тәғәйенләнде. Ҡарарҙы конкурс комиссияһы һәм ҡала Советы депутаттары бер тауыштан ҡабул итте.

Динар Хәлиловтан тыш, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына хакимиәт башлығының кадрҙар һәм йәмәғәт һорауҙары буйынса урынбаҫары Нил Ғабдрахманов, “Салауат һыу каналы” предприятиеһы директоры Антон Темников дәғүә итте. Депутаттар тауыш бирер алдынан, кандидаттарҙы конкурс комиссияһы тикшерҙе, уларҙың федераль, республика ҡануниәте буйынса белемдәрен, тәҡдим ителгән программаларын ҡараны.

Динар Хәлилов өсөн барлыҡ депутаттар тауыш бирҙе. Һуңынан яңы һайланған ҡала хакимиәте башлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов ҡалабыҙҙың яңы башлығына ҙур уңыштар теләне. Шулай уҡ ул республи-ка Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың сәләмен тапшырып, уның Салауат ҡалаһы яңы башлыҡ осоронда яңы үҫеш этабына күсер, тигән ышанысын да еткерҙе:

- Радий Фәрит улы ҡала, район етәкселәренә юғары талаптар ҡуя, халыҡ мәнфәғәтендә эшләү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү тәү бурыстар булып торорға тейеш, ти. Беҙ Салауат ҡалаһындағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге һәм башҡа проблемалар тураһында яҡшы беләбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре кисектермәй хәл итеүҙе талап итә. Салауат беҙҙең өсөн айырым иғтибар үҙәгендә булған ҡала тип әйтәбеҙ икән, тимәк беҙ ошо проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итергә әҙербеҙ.

- Миңә ышаныс белдереүегеҙ өсөн рәхмәт. Мин үҙ иңдәремә ниндәй яуаплылыҡ ятыуын яҡшы аңлайым. Булған барлыҡ тәжрибәмде һәм белемемде тыуған ҡалама файҙа килтереү өсөн ҡулланасаҡмын. Был эштә бер кешенең генә уңышҡа иреше-үе мөмкин түгел, минең янда яҡшы команда тупланырына ышаныс ҙур. Ҡала депутаттары, хакимиәт, ойошма, предприятие, учреждениеларҙың етәкселәре берҙәм булып, тырышһаҡ, Салауатыбыҙҙы ғорурланырлыҡ ҡала итә алырбыҙ. Бөтәһе лә беҙҙең ҡулда, - тине Динар Ғәли улы.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Динар Хәлилов Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, баш ҡалабыҙ Өфөлә ҙур тәжрибә туплай. Башта Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тел һәм әҙәбиәт тарихы институты аспиранты, Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма дирекцияһы белгесе була. Артабан баш ҡала хакимиәтенең баш белгесе, Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса идаралыҡ, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең гуманитар һорауҙар буйынса бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. Һуңыраҡ баш ҡаланың Дим районы муниципаль берәмеге хакимиәте башлығының гуманитар һәм социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары, Өфө ҡалаһының Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү идаралығы начальнигы вазифаларында эшләй. Салауатҡа килгәнгә тиклем Өфөнөң Киров районын етәкләй.


Читайте нас: