газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2019, 14:32

Йортҡа мин хужа, уның проблемаһын да мин хәл итәм

Бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары менән ҡыҙыҡһынмаған кеше һирәктер. Сөнки көндәлек тормошобоҙ ошо тармаҡтағы уңайлыҡтарға бәйле. Кешеләр ҙә йорт һәм уның тирә-яғындағы биләмәгә үҙҙәре хужа һәм проблемаларҙы тик милекселәрҙең активлығы менән генә хәл итергә мөмкин булыуын яҡшы аңлай. Бына Салауатта ике көн буйына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына бәйле уҙған кәңәшмәгә лә халыҡтың күпләп йыйылыуы ошоға асыҡ миҫал.

“Управдом” форумдары һәр ҡала һәм районда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үтергә тейеш ине. Беҙҙә ул ике майҙансыҡта - Балалар ижады һарайында һәм индустриаль колледжда уҙҙы. Әйтергә кәрәк, йыйылыштар бик ҡыҙыу барҙы. Осрашыуға килеүселәр үҙҙәрен борсоған һәр һорауға яуап алырға тырышты. Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты, капиталь ремонт буйынса төбәк операторы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында йәмәғәт контроленең төбәк үҙәге, “Эко-Сити” төбәк операторы, ҡала хакимиәте, идара итеүсе компаниялар вәкилдәренә һәр мәсьәлә, проблема буйынса аңлатма бирергә, проблеманы хәл итеү юлдарын ҡарарға вәғәҙәләргә тура килде. Ә һорауҙар бик күп ине. Күп фатирлы йорт менән идара итеү килешеүҙәрен нисек төҙөргә, милекселәрҙең хоҡуҡтары боҙолһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ни өсөн Салауат сүп-сар йыйыу урындары айырым контейнерҙар менән йыһазландырылмай, капиталь ремонт буйынса ҡыйыҡтарҙы ремонтлау менән уны йылытыу ниңә айырым эш төрҙәренә инә, кеше фатирҙа йәшәмәгән осраҡта, унда газ ойошмаһы нисек тикшереү уҙғарырға тейеш һәм башҡа һорауҙар яуып ҡына торҙо.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллин үҙенең сығышында билдәлә-үенсә, халыҡ урындағы власть органдарына йышыраҡ ҡыйыҡтарҙағы боҙбармаҡ-тарҙың, ҡарҙың таҙартылма-уына, коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу хаҡына, транспорт туҡталыштарының булмауына, йортһоҙ хайуандарҙың тотол-мауына, юл ситтәрендә транспортты ҡалдырыуҙарына, йәйен йылы һыуҙы күп туҡтатыуҙарына дәғүәләр белдерә.

- Бөгөн илдә, беҙҙең республикала торлаҡ-ком-муналь тармаҡҡа айырым иғтибар бүленә. Республика бөтә ҡала һәм ауылдарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, торлаҡ фондын, кварталдарҙы, подъездарҙы ремонтлауға аҡса бүлергә әҙер. Төрлө программалар ҡабул ителгән һәм әҙерләнә. Был програм-маларҙа ҡатнашыу өсөн ҡала халҡын йәлеп итеү мөһим, - тине ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Динар Хәлилов.

Осрашыуҙа “Управдом” республика форумына 20 делегат та һайланды. Динар Ғәли улы күп фатирлы йорт-тар советының иң актив рә-йестәре һәм ағзаларына, йәмә-ғәтселәргә һәм ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Читайте нас: