газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2019, 11:00

Яҡтылыҡ бүләк итеүселәр

Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым.

Был байрам һәр саҡ айырыуса наҙ менән билдәнә. Сөнки тап һеҙ – ҡатын-ҡыҙҙар кешелеккә ғүмер бүләк итәһегеҙ, сикһеҙ мөхәббәтегеҙ, терәгегеҙ һәм иғтибарығыҙ менән йылытаһығыҙ. Барыһына ла өлгөрәһегеҙ, көндәлек мәшәҡәттәрҙе йырып сығаһығыҙ, шул уҡ ваҡытта һөйкөмлө, нәзәкәтле булып ҡалаһығыҙ. Тап һеҙ донъяға изгелек һәм матурлыҡ, өмөт һәм яҡтылыҡ бүләк итәһегеҙ.

Барыһы өсөн дә һеҙгә рәхмәт! Яратығыҙ һәм яра-тылығыҙ, янығыҙҙа һәр саҡ арҡаланыр кешегеҙ булһын.

Ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, ғаилә именлеге, уңыштар теләйем!

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.
Читайте нас: