газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2019, 10:58

Лилиәнең күңелендә илаһи наҙ

«Салауат» телекомпанияһында башҡорт телендә сыҡҡан «Йәнтөйәк» тапшырыуының алып барыусыһы Лилиә Шаниязова ҡалала күптәргә таныш. Һөйкөмлө, матур һәм зирәк һылыуға ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ. Һәр ваҡыт йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу балҡыған Лилиә бәхетле әсә, һөйөклө ҡатын да. Ул тормош иптәше Ирек менән ҡыҙҙары Камилланы тәрбиәләй.

- 23 йәш тулғанда ҡыҙым донъяға килде. Мин һәр ваҡыт үҙемә ярҙамсы булыуын теләгәйнем, шуға ла Хоҙай миңә ҡыҙ бала биргәндер. Камилланың нимә менән шөғөлләнеүен ҡыҙыҡһынып торам, ғөмүмән, уға әхирәт, серҙәш булырға тырышам. Ҡайһы саҡта балаҡайыма талапсан да булып китәм кеүек, әммә уға нимәлер тыйһам, мотлаҡ сәбәбен аңлатам. Шулай ҙа мин уның иң яҡын кешеһе - әсәһе икәнлегемде лә онотмайым. Ҡыҙым тормош рәүешемде күрә лә, мине бер ҡасан да арымай, тип уйлай. Һәр яҡлап та үҙемде асырға тырышам. Төп эшемдән тыш, һүрәт төшөрәм, йырлайым, бейеү түңәрәгенә лә йөрөнөм. Әле тренажерҙар залында шөғөлләнәм, скандинавса йөрөү менән дә мауығам. Машина руле артында ла елдерәм, мин өй йыйыштырырға ла яратам. Ысынлап та орсоҡ кеүек өйрөлсәкмен шул, - ти Лилиә.

Уның ҡыҙы Камилла ла лицейҙа яҡшы уҡыуынан тыш, фортепиана түңәрәгенә йөрөй. Әсә менән ҡыҙ бергәләп аш-һыу әҙерләй, ҡунаҡтарын, дуҫтарын пица йәки печенье менән һыйлай. Лилиә Шаниязованың әсәһе Миңзиә Салауатта йәшәй. Эштән һуң йүгереп кенә инеп, иң яҡын кешеһе бешергән тәмлекәстәр менән сәй эсеп сығырға ла өлгөрә. Ауылдағы өләсәһен бик хөрмәт итә Лилиә, сөнки уның кәңәштәрен тыңлап үҫә ул.

- Мин бәләкәй саҡта актриса булырға хыялландым, әммә мәктәпте тамамлағанда актерлыҡ оҫталығы буйынса бүлек юҡ, тик ҡурсаҡ театрына бүлегенә генә ҡабул итәләр ине. Шулай ҙа үкенмәйем, ике юғары белем алдым. Телевидениела башҡортса тапшырыуҙар алып барыу бик оҡшай, ул да үҙенә күрә бер актерлыҡ оҫталығын талап итә бит. Хәҙер инде ҡыҙым, актриса булырға хыяллана, - тип көлөп ҡуйҙы Лилиә Шаниязова.


Читайте нас: