Конкурс ике этапта үтте - муниципаль һәм республика. Уға бөтәһе 300-ҙән ашыу ғариза килде. Конкурстың абруйы һәм ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл уның географияһы киңәйҙе, республиканың күп кенә райондары әүҙем ҡушылды.
Салауат ҡалаһынан был конкурста ветерандар ойошмаһы рәйесе Гүзәл Хөснуллина һәм Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың йәмәғәт ярҙамсыһы Клара Хөснуллина ҡатнашты. Беҙҙең ҡала вәкилдәре финалға сығып, үҙ баһаларын алды. Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы - “Оло быуын ҡатын-ҡыҙы”, ә Клара Зәки ҡыҙы “Башҡорт мәҙәниәтен сит илдә күрһәтеү” номинацияларында еңеүсе тип табылды.
- «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсә-һе», был һүҙҙәрҙә халҡыбыҙ аҡылы сағыла. Ир-бала үҫтерһәң - ир-ат тәрбиәләйһең, ҡыҙ бала үҫтерһәң - милләт тәрбиә-ләйһең, тиҙәр халыҡта. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ғаилә уса-ғын һаҡлауҙан тыш, үҙ эшенең оҫталары, республикабыҙҙың, илебеҙҙең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша, - тип билдәләне проект етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм-ғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.