Ошо һоҡланғыс яҙғы байрам күптән инде иң яратҡан байрамдарҙың береһенә әүерелде. Нәҡ ҡатын-ҡыҙ донъяға яңы ғүмер бүләк итә, ғаиләлә ышаныс һәм татыулыҡ мөхите тыуҙыра, матурлыҡ һәм һөйөү, изгелек һәм наҙлылыҡ, һөйкөмлөлөк һәм аҡыллылыҡ сифаттарын кәүҙәләндерә.
Һеҙ үҙегеҙҙе балалар тәрбиәләүгә, йорт мәшәҡәттәренә арнайһығыҙ, шул уҡ ваҡытта һөнәри эшмәкәрлектә ҙур уңыштарға өлгәшәһегеҙ, йәмәғәт эштәре, хәйриәлек менән шөғөлләнәһегеҙ, республиканың үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ.
Башҡортостанда ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамды тойһон һәм иртәгәһе көнгә ыша-ныс менән ҡараһын өсөн, байтаҡ эштәр башҡарыла.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, киләсәккә ышаныс менән бағыуығыҙҙы һәм уңыштар теләйем. Эргәгеҙҙә яратҡан кешеләрегеҙ булып, һеҙҙе үҙҙәренең иғтибары һәм хәстәрлеге менән ҡыуандырһын. Барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.