Предприятие 70-тән ашыу төр продукция сығара. Ҡатмар-лы конструкциялар йыйыуҙы иретеп-йәбештереүсенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Цистерна, торбаларҙы ялғау, ҡаҙанлыҡ яһау ҙа уға йөк-мәтелгән. Сифатлы эшкә пред-приятиеның үҫеше лә бәйле бит.
Был һөнәрҙе егет нисек һайларға булды икән? Баҡти-һәң, егет йыш ҡына «Салауат-нефтемаш» заводында иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән ағаһы янына барып йөрөгән, нимә менән шөғөлләнеүен күҙәткән. Шул мәлдә үк күңеленә ағайым кеүек иретеп-йәбәштереүсе буласаҡмын, тигән уй кереп оялай. Теләген ата-әсәһенә еткерә, улары улдарының хыялын бойомға ашырыуға ҡаршы килмәй.
Был һөнәрҙе егет училище-ла үҙләштерә. Уҡыған ваҡытта уҡ практикаға «Нефтемаш»ҡа ебәрәләр. Унда эшләүсе олораҡ ағайҙар: «Ҡустым, әрмегә барып ҡайт та, беҙгә кил. Шәп егеткә оҡшағанһың», - тип оҙатып ҡалалар үҙен. Күрәһең, тәжрибәле эшселәр егеттең уңғанлығын, тырышлығын шул ваҡытта уҡ һиҙемләгәндер. Юрағандары юш килгән, тигәндәй, Ринат ағай бына 34 йыл бер урында. Килгән дә, шунда төпләнгән.
- Һөнәремде бик яратам. Уны мин ижад эшенә оҡшатам. Тимер-томорҙан кәрәкле, яраҡлы әйберҙәрҙе иретеп ҡояһың. Икенсе һөнәр үҙләш-тереү мөмкинлеге булһа ла, ҡарарымды үҙгәртмәҫ инем, - ти Ринат Ғатауллин.
Предприятиеның маҡтау таҡтаһында тырыш хеҙмәткәр-ҙең исеме лә бар. Ғөмүмән, был завод уның тормошонда мөһим роль уйнай. Буласаҡ кәләше Миләүшәне лә ошонда осрата. Икәүләп татыу ғаилә ҡороп, улдары Илмир менән Тимурҙы тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарғандар.
- Эшемдә лә, ғаиләмдә лә бәхетлемен, - ти Ринат Фәрит улы.