Сараға төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан һалдаттар, ветерандар, уларҙың туғандары, яҡындары килгәйне. Сараны ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Динар Хәлилов асты:
- Беҙ һеҙҙең батырлығығыҙ хаҡында бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. Афған һуғышы - ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Бик күп ғаиләләргә ҡағылған ҡораллы бәрелештә илебеҙ 15 меңгә яҡын һалдат һәм офицерын юғалтты. Тыныс осорҙа ғәзиз балаларын юғалтыу ҡайғыһын кисергән әсәләрҙең әсе күҙ йәштәре әле һаман кипмәй. Беҙ, ҡайҙа һәм ниндәй предприятиела эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр бер яугирҙы тәбрикләргә тейешбеҙ.
- Салауаттан «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә 1219 егет ҡатнашты, шуларҙың 451-е Афғанстанда хеҙмәт иткән, 6-һы ва-фат булған. Был көн беҙҙә һәр ваҡыт Дан һәм илебеҙ өсөн ғорурлыҡ көнө, Тыуған илде сикһеҙ яратыу, халҡыбыҙ батырлығының, ҡаһарманлығының, һынмаҫ ихтыярының һәм ғәйәт ҙур рухи көсөнөң кәүҙәләнеше булып ҡаласаҡ, - тине үҙенең сығышында Салауат ҡалаһының хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов.
Афғанстандағы хәрби хәрәкәт ветерандары комитеты рәйесе Миҙхәт Заһитбаев Рәсәй геройы Владимир Трубановтың ҡустыһына миҙал тапшырҙы.