газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2019, 10:36

Һалдат һуғышты һайламай

Моделле үҙәк китапханала Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыуға арналған «Ваҡыт уларҙы һайланы...» тип аталған сара үтте.

Кисәгә ҡалабыҙҙың яу-гир-интернационалистары В.Ямщиков, Р.Шаракаев, Ғ.Фәх-ретдинов, А.Арбузов саҡы-рылды. Осрашыуҙа 2-се кадет һәм 11-се мәктәп уҡыу-сылары ҡатнашты.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереү сәбәптәре, ҡәһәрле һуғыш тарихын һөйләне. Ветерандар тулҡынланыуын йәшермәй, беренсе алышҡа сыҡҡанда ғына ҡурҡыныс булыуын, аҙаҡ барыһына ла өйрәнелеүе, ҡуйған маҡсатты теүәл үтәргә кәрәклеген генә уйлауҙарын әсенеп бәйән итте. Тамашасылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һо-рауҙарын яуҙырып ҡына торҙо. Уҡыусылар улар менән аралашҡанда, яугирҙарҙың Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен, ысын дуҫлыҡтың нимә икәнлеген аңланы.

Һуғыштың тәүге көндәре-нән үк Афғанстанға эләккән Михаил Овсянников үҙенең хәтирәләре менән бүлеште:

- Беҙҙең 345-се айырым парашют-десант полкы Баграм-да булды. Беҙ унан хәрби операцияларға юллана инек. Шуларҙың береһендә миңә атып, еңелсә яраланылар. Бәхеткә күрә, һаҡта торған дуҫым, Тольятти ҡалаһынан Сергей Герасимов, дошманды күреп, уға атып өлгөрҙө. Әлбиттә, тәүге йылдарҙа беҙҙең һалдаттар күпләп вафат булды. Демобилизация алдынан ғына 11 яугирҙы үлтерҙеләр. Ауыр тупраҡтары еңел булһын.

Ҡала Советы депутаты Сергей Данилов ветерандар-ға ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Уларҙың батырлыҡтары киләсәк бы-уынға өлгө булһын, тип теләне.

Кисә яуҙа ятып ҡалған афғансылар хаҡында кино ҡарау менән тамамланды.


Читайте нас: