газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2019, 11:02

Уңыштары менән мәртәбәле

Шаршамбы көндө ҡала Советы депутаттары ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановтың отставкаһын ҡабул итте. Ул үҙ теләге менән вазифаһынан бушатыуҙы һорап ғариза яҙған. Фәрит Фәррәх улы республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Был көндө ҡаланы 8 йылға яҡын етәкләгән хакимиәт башлығына Баш-ҡортостан Республикаһы Башлы-ғының, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың, ҡала Советының Маҡтау грамоталары тапшырылды. Фәрит Ғилманов исеменә бик күп рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны. Сығыш яһаусылар уның ҡала үҫешенә тос өлөш индереүен, бихисап объекттарҙың ҡалҡып сығыуына, төҙөкләндерелеүенә ҙур көс һалыуын, социаль мәсьәлә-ләрҙе ыңғай хәл итеүен, уның етәкселек итеү осоронда ҡаланың төрлө күрһәткестәр буйынса алғы сафтарға сығыуын һәм салауаттарҙың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн тырышып эшләүен билдәләне.

- Мин үҙем менән бергә эшләгән командаға, депутаттарға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Һеҙҙең менән үткән юлыбыҙ еңел булманы. Шулай ҙа ирешелгән уңыштарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ - ул беҙҙең дөйөм хеҙмәт емеше. Һәр предприятие, ойошма, учреждение, төрлө ведомство етәкселәре ҡала мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү маҡсатында иңгә-иң терәп эшләнек. Салауат минең өсөн һәр ваҡыт тыуған ҡалам булып ҡаласаҡ. Мин ҡулымдан килгәнсә уға ярҙам итәсәкмен. Ҡаланың яңы башлығына яңынан-яңы уңыштарға ирешеүен теләйем, - тине Фәрит Фәррәх улы.

Әлегә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Динар Хәлилов тәғәйенләнде. Ул быға тиклем Өфө ҡалаһының Киров районын етәкләгән. Ултырышта ҡала башлығы вазифаһына дәғүәселәргә конкурс иғлан ителде. Бының өсөн үҙ кандидатураларын күрһәтергә теләүселәр 18 февралдән 22-нә тиклем ғаризалар тапшырырға тейеш. Конкурс комиссияһының ултырышы 1 мартта, ә конкурс үҙе 12 мартта була.

Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановтан тыш, был көндө уның беренсе урынбаҫары Данир Зөбәйеров та үҙ вазифаһын ҡалдырҙы. Ул ҡала Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Ултырышта ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова депутаттар корпусының һәм ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов үҙенең һәм хакимиәттең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Был хаҡта тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: