Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2019, 11:00

Еңеү булып балҡый дандары

Борис Громов, 40-сы армияның баш командующийы, Советтар Союзы Геройы, үҙенең бер яҙмаһында әсенеп: “Афғанстандағы һуғышты мәғәнәһеҙ, ҡоро юғалтыуҙар тип бар донъяға оран һалыу шунда ҡатнашҡан һалдаттарҙың 20 меңләгән ҡорбандың хәтерен рәнйетеү була. Афғанстан - 9 йыл дауамында илебеҙҙең тыныслығын, именлеген һаҡлау ул”, - тип белдергәйне.

Эйе, афған һуғышы - ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра. 30 йыл дауамында ошо яра, әсе хәтирәләр менән йөрөүсе ил батырҙарын беҙ хөрмәт итергә тейеш. Исемдәрен данға төрөргә, хәрби бәрелештә һәләк булғандарын иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Мәҡәләмдең геройы ла бөгөн Афған һуғышы яраларын хәтерендә генә түгел, үҙ тәнендә йөрөтөүсе уҙаман. Хәҙер инде дин юлына баҫҡан, Салауатта ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ир аҫылдарының береһе - Марат ағай Ишбаев.

Марат Мөбәрәк улы өлгөргәнлек аттестаты алып Мәләүез училищеһына химик производство операторына уҡырға инә. Ул ҡулына диплом алып өлгөрә алмай, йәше тулыу сәбәпле, махсус призыв менән әрме хеҙмәтенә алына. Төркмәнстан хәрби округына Кушка ҡалаһына уҡыуҙарға ебәрелә. 4 айҙан һуң, 1979 йылдың ноябрендә, хәрби тревога иғлан ителә. Ул ваҡытта ҡайҙа артабан юлланасаҡтарын бер кем дә белмәй, бер нимә лә аңламай.

- 27 декабрҙә Афғанстанға керҙек. Герат ҡалаһын, Шиндант аэродромын алдыҡ. Шунда ете ай буйы самолеттарҙы һаҡланыҡ. Колонналар менән йөктәрҙе икенсе ҡалаларға, блокпостарға оҙатып йөрөнөк. Иң ауыры - дуҫтарым шунда ятып ҡалды. Һуғыштағы ҡан-ҡойоштан үҙҙәрен ҡулға ала алмаған йәштәр ҙә булды, - тип хәтерләй был хаҡта запастағы гвардия старшинаһы Марат Ишбаев.

Йырҙарҙа йырланғанса, ниҙәр генә күрмәй ир-егеттәрҙең башы. Афған иленең үҙәккә үткес әсе елдәрен дә татыу ул. Уларға ожмахҡа тиң тәбиғәтле тыуған еркәйен һағыныу тойғоһо өҫтәлә. Хәрби задание үтәгәндә дошман пуляһынан ҡаты яраланып, иптәштәренең үҙе менән бәхилләшеү һүҙҙәрен дә ишетергә тура килә уға. Бөтәһенә түҙә һалдат йөрәге.

Марат ағай 1981 йылдың июнендә тыуған Башҡортостанына ҡайта. Хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн бик күп хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә ул. Утлы юлдарҙа ҡорал тотоп өйрәнгән ҡайһы берәүҙәр тыныс тормошта артабан үҙ урынын таба алмай. Афған яуында йәшәү йәмен, ҡиммәттәрен баһаларға өйрәнгән Марат ағай күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, үҙ ояһын ҡора, уҡыуын дауам итеп, юғары белем ала. Марат Ишбаев әле сәнәғәт предприятиеһында контролер булып эшләй. Намыҫлы, эшһөйәр ир тормош иптәше менән ике ул үҫтереп аяҡҡа баҫтырған. Бер улы Салауатта ғаилә ҡорған.

Марат Мөбәрәк улы дини белем алып, тыуған ауылында мәсет астыра. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул хәрби дуҫтарын - хеҙмәттәштәрен табып, арала-шып тора. 15 февраль бар афған-сылар өсөн изге көн һанала. Был көндө улар алыҫ Афғанда һәләк булған хәрби дуҫтарын иҫкә ала.

…Утлы юлдар төҙәлмәҫлек яралар ҡалдырһа ла, Марат хәҙрәт хеҙмәт юлын Афғанда үтеүенә һис үкенмәй. “Афған һуғышы һис мәғәнәһеҙ булманы, ил именлеге өсөн һәр һалдат үҙ өлөшөн лайыҡлы индерҙе”, - ти Марат Ишбаев.

Даръялай киң күңеле, уй-фекерҙәре, донъяға ҡарашы һәм сикһеҙ илһөйәрлек өлгөһө менән һоҡландыра шул совет мәктәбе тәрбиәһе алып, яуҙа һыналған ил батырҙары.


Читайте нас: