Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 10:57

Йортҡа илткән юл подъездан башлана

Йортоңа подъезға инмәйенсә эләгеп булмай. Кергәндә ҡаршы алып, сыҡҡанда оҙатып ҡала ул. Ярай ҙа төҙөкләндерелгән, матур булһа. Ә бысраҡ, стеналарындағы буяуҙары ҡубып, йәмһеҙ яҙыуҙар һыҙмаҡланғанына нисек инергә? Улары кәйефте бер ҙә күтәрмәй.

р ҙә күтәрмәй.

Бына ошондай йәмһеҙ күренештәрҙе бөтөрөү маҡ-сатында республика Баш-лығы вазифаһын ваҡыт-лыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын бойомға ашырырға ҡушты. Уға ярашлы, подъездар буялып, электр, телефон сымдары махсус ҡаптарға һалынырға тейеш. Шулай уҡ ремонт эштәре тәҙрәләрҙе, почта йәшниктәрен алыш-тырыуҙы ла күҙ уңында тота. Беренсе ҡат иҙәненә плиткалар түшәлергә тейеш. Республикала быйыл дүрт мең подъезд төҙөкләндерелә. Дөйөм ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 454 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Радий Фәрит улы 20 февралгә тиклем йортта йәшәүселәр менән йыйылыш үткәреү мөһимлеген билдәләне, подъездарҙы төҙөкләндереү 1 ноябргә тамамланырға тейеш.

Беҙҙең ҡалала ла подъездар йәмләнеп ҡаласаҡ.

- Салауатта быйыл йәмғеһе 88 күп фатирлы йорттоң 267 подъезы ремонтланасаҡ. Уны капиталь ремонт буйынса төбәк операторы башҡара. Сығымдар республика һәм урындағы бюджеттан финанслана. Милекселәрҙең үҙҙәренән был маҡсатҡа бер тин дә аҡса талап ителмәй. Эштәрҙе 1 июнгә тиклем башларға һәм сентябрь-октябрҙә тамамларға те-йештәр, - ти ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урын-баҫары Юлия Будаева.

Һүҙ юҡ, шәп эштәр көтөлә. Әммә матурлыҡты һаҡлай белергә лә кәрәк бит әле. Ремонт талап ителгән йорттарҙың береһенә юлланам. Был - коммуналь фатирлы йорт. Подъезда элеккесә ағас ишектәр, улары шар асыҡ. Кис көнө килеү сәбәпле, ҡараңғы төшөп өлгөргәйне. Ут юҡ, телефонымдағы фонарҙы яҡтыртып көс-хәл менән эскә үттем. Стеналарына ҡарауы ҡурҡыныс, аҡтарылған, бысраҡ. Электр сымдары бөтәрләнеп бер урынға өйөлгән. Сығып килгәндә ҡаршыма шунда йәшәүсе ҡатын осраны.

- Һеҙҙең йорт ремонт-ланасаҡ подъездар исем-легенә ингән. Шатһығыҙмы? - тип һорайым үҙенән.

- Был йортта ун йыллап көн күрәм. Ике балам бар. Түбән эш хаҡы алыуым ипотека алырға мөмкинлек бирмәй. Аптыраған көндән ошонда килеп эләктек. Йәшерен-батырыны юҡ, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, күптәр тәртипһеҙ тормош рәүеше алып бара, эсәләр, һуғышалар. Ремонтлауҙары яҡшы, тик шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барырмы икән? Тәмәке тартып, подъезды төтөнгә батырһалар, эсеп тәҙрәләрҙе ватһалар, тағы шул элекке хәлгә ҡалырбыҙ инде, - тине көйөнөп ҡатын.


Читайте нас: