газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 10:54

Салауат өсөнсө урында

Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан Республикаһы халҡының йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә иң яҡшы урындағы үҙидаралыҡ органы” конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау булды.

Был бәйге муниципалитеттарҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Ҡала округтары араһында Салауат унда өсөнсө урын алды. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ысынлап та беҙҙең ҡалала кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Төрлө ведомство, предприятие, ойошмалар араһындағы үҙ-ара килешеп эш итеүгә йүнәлтелгән күнекмәләр йыш уҙғарыла. Конкурс һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Салауат кешеләрҙең тормошона һәм һаулығына янаған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү һорауҙарын тейешле кимәлдә хәл итә, тиҙәр ҡала етәкселегендә.
Читайте нас: