газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 11:00

Башҡортостанда ял итә беләләр

Башҡортостаныбыҙ урман-тауҙарға бай булғас, халыҡ ҡышын да ял итергә мөмкинлек таба. Ҡышҡы туризм беҙҙә киң үҫеш алған.Тауҙа, конькиҙа шыуырға ла, саңғыла елдерергә лә урындар күп. Табиптар ҙа күберәк урамда йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә. Был миҙгелдәге спорт тәнде сыныҡтыра, кәйефте күтәрә, депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә, ти улар. Ҡышҡы һауа үҙе тәнгә шифа.

Оҙайлы Яңы йыл каникулдарында кем, нисек ял итте икән? Статистика мәғлүмәттәренә ҡараған-да, каникулдар осоронда «Ирәмәл» тәбиғәт паркынан ошо уҡ исемле тауға 1093 турист артылған. Мораҙым тарлауығына 58 кеше барған. «Асылыкүл» тәбиғәт паркында, ҡышын балыҡ тоторға яратыусыларҙы иҫәпләмәгәндә, 28 кеше ял иткән. «Ҡандракүл» паркында туристарҙы иҫәпләмәйҙәр, күлдә балыҡсылар иркен йөрөй...

«Урал легендаһы» поезы хаҡында ла әйтеп үтмәй булмай. Быйыл ул икенсегә рельсҡа сыҡты. Башҡор-тостанда Яңы Абҙаҡ тау саңғыһы курортына тимер юлы маршруты менән генә былтырғы миҙгелдә 10 меңдән ашыу кеше файҙаланған.

Салауат халҡына кил-гәндә, һырғалаҡтарҙа, тау-ҙарҙа күңел асыуҙарҙан тыш, Ишембай саңғы шыуыу базаһына барыусылар етәр-лек икән. Үҙемә лә унда бик күп таныштарҙы осра-тырға тура килде. Сатлама һалҡындарҙа, бурандарҙа ла бынан кеше өҙөлмәй, ти база етәкселеге. Прокатҡа саңғы, тюбинг, ҡаргиҙәр алып була.

Һалҡын миҙгелдә сәлә-мәтлектәрен нығытып алырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Бөгөн Башҡортостанда 31 шифа-хана эшләй, уларҙың һәр ҡайһыһы тоҙло һыу, батҡаҡ менән дауалау үҙенсәлегенә эйә, ҡымыҙ, иппотерапия һәм башҡа йүнәлештә эшләй. Абҙаҡта, Яҡтыкүлдә, Белоретта тау саңғыһы комплекстары урынлашҡан. Бынан тыш «Ҡуштау», «Ҡандракүл», «Өйәҙе тау» саңғы шыуыу базалары спорт яратыусылар араһында киң билдәлелек яулаған. Унда йылдан-йыл ял итеүселәр арта.

Ғөмүмән, республикабыҙ каникулдарҙы уҙғарыу өсөн илдең иң билдәле ун төбәге исемлегенә ингән. Турист бренды буйынса милли рейтингта беҙ беренсе урынды яуланыҡ. Ҡышын саңғыла шыуыу өсөн иң ҡулай курорт рейтингында икенсе, күл ярында урынлашҡан курорттар рейтингында өсөнсө урынды биләйбеҙ.

Ял көндәре өйҙә генә ятып булмай бит. Ғаилә менән саф һауала әүҙем ял итеү өсөн уңайлы мәл. Шөкөр, Башҡортостанда бының өсөн шарттар бар. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тигән мәҡәлгә таянып ял итә лә беләйек, һаулыҡты ла нығытайыҡ.


Читайте нас: