газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2019, 10:46

Тауыҡтар һала алтын йомортҡа

Ашар өсөн йәшәмә, йәшәр өсөн аша, тиһәләр ҙә, көн дә ашау тураһында уйламай булмай. Әле икмәге кәрәк, әле ите бөтөп китә. Аҡсаңды ҡулыңа төйнәп тотоп алаһың да, магазинға сабаһың. Барып инәһең дә, хаҡтарҙың күтәрелеүенә бер аптырап, бер уфтанып алғас, ҡайҙа бараһың, пакетыңды тултырырға тотонаһың.

Яңы йыл аҙыҡ-түлектең хаҡтарына ла үҙ төҙәтмәләрен индерҙе шул. Һатыусылар яйлап ҡына икмәккә лә хаҡты арттырып ҡуйған. Был осорҙа әфлисун, алма, ҡыяр, помидор кеүек йәшелсә, емеш-еләктәр «танауын сөйөп ҡуя». Балыҡ менән тауыҡ ите лә шаҡ ҡатырып ала, бер көн барһаң бер хаҡ, икенсе көнгә икенсе. Ә йомортҡа тураһында әйтеп тораһы ла түгел - тауыҡтар был ваҡытта, әйтерһең дә, «алтын» һала.

Әлеге көндәге аҙыҡ-түлек хаҡтары менән ҡыҙыҡһынып, ҡалабыҙ магазиндарындағы (супермаркеттарҙағы түгел) икмәк, ит, еләк-емеш, йәшелсә һәм башҡа тауарҙарға күҙ һалдыҡ.

икмәк 20-23 һум
он (ю/с) 28 һум
дөгө 55 һум
макарон изделиелары 30 һум
ҡарабойҙай 35 һум
шәкәр 42-44 һум
йомортҡа (10 дана) 63-79 һум
һөт 34 һум
һыйыр ите 250-350 һум
фарш 300 һум
тауыҡ 165 һум
тауыҡ бото 150 һум
көмрө балыҡ 172 һум
минтай 157 һум
картуф 30 һум
кәбеҫтә 30 һум
кишер 35 һум
һуған 30 һум
әфлисун 90-120 һум
алма 80-90 һум
хөрмә 90-100 һум
P.S. Рәсәйҙә ялған тауарҙар күберәк һатыла башлаған. Законһыҙ сауҙа исемлегендә беренсе урында ҡаты спиртлы эсемлектәр тора. Алкоголь баҙарында һатылғандың 40 проценты ялған, тип иҫәпләгән эксперттар. Йәшерен урын-дарҙа тегелгән кейем-һалым да күп әле, һатылғандың 35 процентын алып тора. Шулай уҡ косметиканың 20 проценты законһыҙ етештерелгән тигән мәғлүмәттәр бирә «Юғары иҡтисад мәктәбе» аналитиктары.

Читайте нас: