газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2019, 10:58

Өлгө булырлыҡ йәш ғаилә

Ҡалабыҙҙа үтә лә матур ғаилә йәшәй. Улар - минең күршеләрем. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһәләр ҙә, улар күптәргә өлгө булырлыҡ. Һүҙем - йәш ғаилә Ғаффаровтар тураһында.

Земфира һәм Марс Ғаффаровтарҙан нисек таны-шыуҙары хаҡында һорағас, икеһе лә йылмайып ебәрҙе.

- Әхирәтемдең туйында шаһит булдым. Ә кейәү яғынан бөтөнләй икенсе егет булырға тейеш ине. Ниндәйҙер сәбәп менән ул килә алманы. Марс туй алдынан ғына шаһит булырға ризалығын биргән. Шул туйҙа таныштыҡ та инде, - ти Земфира.

Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ғаилә төшөнсәһе хаҡында бик аҡыллы фекер йөрөтә. Быға икеһенең дә өлгөлө ғаиләнән сығыуы булышлыҡ иткән, күрәһең.

Земфира - Салауат ҡалаһы ҡыҙы, ә Марс Төркмәнстанда донъяға килгән. Яҙмыш уларҙы Ишембай ҡалаһында таныштыра. Йәштәр бына ун йыл инде бергә татыу ғүмер кисерә.

Бөгөн иһә Ғаффаровтар - балалар үҫтергән матур һәм бәхетле парҙарҙың береһе. Земфира “Балалар донъяһы”нда өлкән менеджер булып эшләһә, Марс “Ағиҙел-Спутник” йәмғиәтендә - электромонтер. Улар ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Исемдәре бит уларҙың ниндәй! Нурлана менән Назар. Икенсе класта уҡыған ҡыҙҙары бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Бөтә ҡала, республика, ил буйынса конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ә төпсөк улдары балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаиләлә балалар бер-береһен тәрбиәләй, тиҙәр. Ысынлап та, апаһы бәләкәйенә ярҙам итә, таяныс була белә.

Йәштәр үҙ «оя»һын матур итеп ремонтлап алған. Фатирҙарының һәр мөйөшө ентекле уйлап эшләнгән, хужаларҙың ҡул эштәре менән тулған. Хужабикә канзаши менән шөғөлләнә, йәғни прическаларға таҫма менән биҙәүестәр яһай. Ул тағы ла бәйләргә ярата. Ғаилә башлығы гәзиттән кәрзиндәр үрә, ағастан һындар эшләй, фотолар менән мауыға. Ул ремонт эштәрен дә оҫта башҡара. Марс эшләгән урынынан тыш, мәктәп һәм балалар баҡсаһынан бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Ҡыҫҡаһы, етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән һүҙҙәр тап уның хаҡында.

Ғаилә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Ҡышын саңғыға һәм конькиға баҫалар, йәйен баҡса эшендә мәж килеп, тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә ваҡыт табалар.

Ғөмүмән, балалар тормош мәктәбен ата-әсәһенән ала. Марс менән Земфираның балалары ла тик, яҡшы сифаттар алыуына иманым камил. Уларҙың тыныс холҡо, тырышлығы, оҫталыҡтары балаларына күсер. Ояһында ни күрә, осҡанында шул була, тиҙәр бит.


Читайте нас: