газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2019, 10:42

Космонавҡа ла, балта оҫтаһына ла тиң ҡараш

Яңы йыл алдынан Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында ҡаланың 8-се Торлаҡ идаралығының балта оҫтаһы-түбә ябыусыһы Раил Сәлиховтың булыуы икеләтә ҡыуаныслы.

Яҡындараҡ танышыу маҡсатында идаралыҡҡа юлланам. Ошонда йәш кенә егет булып килгән Раил Ғайнулла улы бөгөн иңендә 31 йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле хеҙмәткәр. Бына ошо минең кабинетым, тип йылмая эш урыны менән таныштырғанда Раил Ғайнулла улы. Подвалда урынлашҡан ҙур оҫтаханала төрлө станоктар, йыһаз-ҡорамалдар урынлашҡан, тәмле ағас, таҡта еҫтәре килә.

- Эшебеҙ яуаплы һәм кешеләр өсөн бик кәрәкле. Бригадалағы егеттәр менән ҡышын подъездарҙағы тау-шалған тәҙрә рамдарын алыштырабыҙ, ел өрмәһен өсөн ишектәрҙе нығытабыҙ. Йәйен иһә һыу үткән түбәләрҙе көпләйбеҙ, йүнәтәбеҙ. Кеше-ләр хәҙер шундай яҡшы, ҡиммәтле ремонт яһай. Бөтә тырышлыҡтары елгә осоп, түбәләренән һыу шабырҙап аҡмаһын өсөн тырышабыҙ. Эшемде шул тиклем яратам, - ти Раил ағай.

Ул бында оҫта ҡуллы хеҙмәткәр генә түгел, ә оҙаҡ йылдар бригадир ҙа икән. Был, тимәк, бурыстарҙы икеләтә арттыра. Етәкселек Маҡтау грамотаһы менән бүләкләү өсөн юҡҡа ғына уның кандидатураһын тәҡдим итмәгәндер.

- Эш урынында иртәнән алып кискә тиклем орсоҡ кеүек өйөрөлә. Ҡул аҫтында эшләүселәре лә үҙе кеүек етеҙ, шәп. Боҙоҡлоҡтарҙы бөтөрөү өсөн әле бер урынға, әле икенсеһенә сабалар. Раил Ғайнулла улының оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы билдәләнергә тейеш, тигән маҡсат менән бүләкләү өсөн тап уны күрһәттек, - ти баш инженер Альберт Бикмаев.

- Беренсенән, ҙур ышаныс белдергән коллективым терәк булып тора. Етәкселек аныҡ маҡсаттар ҡуймаһа, ыңғай һөҙөмтәләргә артыҡ ирешеп булмаҫ ине. Бергә эшләгән егеттәребеҙ шул тиклем тырыш, шуға артыбыҙҙан ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр юҡ тиерлек. Берҙәм, татыу коллективта эшләүем менән бәхетлемен. Икенсенән, эш-һөйәрлек тойғолары тәр-биәләгәне өсөн ҡәҙерле әсәйемә рәхмәтлемен һәм бурыслымын. Әлеге көндә лә ул беҙгә таяныс булып ауылда ғүмер кисерә. Өсөнсөнән, тормош иптәшем Лилиә - уңыштарыма ҡанат ҡуйыусы. Ул да ошо идаралыҡта эшләй. Бергә киләбеҙ, бергә ҡайтабыҙ,- ти Раил Сәлихов.

- Маҡтау грамотаһын Радий Хәбировтың ҡулынан алғанда тулҡынландығыҙмы? - тип һо-райым хеҙмәт алдынғыһынан.

- Әлбиттә, ундай саралар көн һайын булмай. Ябай, халыҡсан итеп һәр беребеҙҙе тәбрикләне, ҡулдарын ҡыҫты. Шуныһы ҡыуаныслы, ете тиҫтәгә яҡын бүләкләнеүсе араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине: уҡытыусы ла, балта оҫтаһы ла, хатта космонавтар ҙа. Был ябай эшсе һөнәре менән абруйлы вазифалар араһындағы тигеҙлекте күрһәтә, - тине ул.


Читайте нас: