Йыйылышта бихисап һорауҙар ҡаралды. Шулар араһында ҡайһы берҙәренә туҡталып үтәйек. «Салауат ҡалаһы округының 2019 һәм планлы 2020, 2021 йылдар-ға бюджеты тураһында» ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идара-лығы начальнигы Урал Мәғизов һөйләне. 2019 йылда ҡала ҡаҙнаһы 2559660 һумға тулыланыр тип көтөлә. Сығымдар күләме 80 млн һумға күберәк булыр һәм 2639660 млн һум тәшкил итер тип планлаштырыла. 2020 йылда килем 2593739,7 мең һум, 2021 йылда 2626165,9 мең һум тәшкил итер тип күҙаллана. Сығымдарға килгәндә, 2020 йылда ул 2663739,7 мең, 2021 йылда 2686165,9 мең һум булыр тип көтөлә. Ҡаҙна башлыса һалымдан һәм һалымға ҡарамаған килемдәрҙән тулыланасаҡ. 2018 йыл менән сағыштырғанда, 2019 йылда һалым килеме 273,2 млн һумға күберәк булыуы күҙаллана. Һалымға ҡара-маған килемдәрҙең, рес-публика, федераль кимәл-дәге ҡаҙналарҙан бүленгән сумманың да артыуы күҙәтелә-сәк. Бюджеттың сығым өлөшө, ғәҙәттәгесә, социаль йүнә-лешле. Мәғариф өлкәһенә ҡаҙнаның 64 проценты йүнәлтелә. Бынан тыш, транспорт үҫешенә, сифатлы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре күрһәтеү, спорт һәм физик культура, мәҙәниәт үҫеше, ҡала мөхитен булдырыу кеүек программаларға ҙур иғтибар бирелә.
Ҡаланың 2030 йылға тиклемге иҡтисади-социаль үҫеше менән ҡала хаки-миәтенең иҡтисад, сәнәғәт һәм инвестициялар бүлеге начальнигы Людмила Жонина таныштырҙы. Уның белдере-үенсә, был документ 2017 йылдан алып эшләнә һәм унда Рәсәй Президентының Май указдарына ярашлы, маҡсатлы күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн, төҙәтмәләр индерелә. Был стратегия ҡала халҡының тормош сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота. Бының өсөн ҡаланың иҡтисады, территориялар үҫешен тәьмин итеү, муниципаль идаралыҡ эшмәкәрлеген камиллаштырыу, кешеләргә уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, экологик хәлде яҡшыртыу зарур.
Трамвай Салауатта ҙур һорау менән файҙаланған транспорт төрө һәм ҡалалағы пассажир ташыуҙың 50 проценты уға тура килә. Ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Рәйес Кирәйев «Ҡала электр транспортында пассажирҙарҙы һәм багаж ташыу буйынса тарифтарҙы билдәләү тураһында» һорау буйынса сығыш яһап, трамвайҙа йөрөү хаҡын 20 һумға тиклем күтәреү планлаштырыла, тип хәбәр итте. Ябай кешеләргә электрон карта хаҡы 800 һум, уҡыусылар, студенттар һәм пенсионерҙар өсөн ул 380 һум торасаҡ. Быға тиклем хаҡ 2017 йылдың мартында күтәрелгән булған. Хаҡты арттырыу зарурлығын электр энергияһына, запас частарҙың һәм трамвай идаралығының башҡа сығымдарына хаҡ-тарҙың ҡиммәтләнеүе менән аңлатты Рәйес Наил улы.