Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2019, 13:51

Мөхәббәт булған ерҙә татыулыҡ бар

Бер өйҙә өс быуын йәшәгән Закировтар ғаиләһе, тәү ҡарашҡа, башҡаларҙан әллә ни айырылмай ҙа кеүек. Әммә уларҙың үҙ-ара татыулығы, йылы мөнәсәбәттәре күп-тәргә өлгө булырлыҡ.

Иң оло быуын кешеһе Миңленур инәйгә 80 йәш. Иң кесеһе Азалияға 6 йәш. Миңленур Закирова ғүмере буйы ашханала эшләгән. Тормош иптәше Ғәбделхай менән илле йылға яҡын бергә ғүмер кисергәндәр, ике балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләле күптән түгел донъя ҡуйған.

- Бабайым менән тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үттек, балаларыбыҙҙы тигеҙ үҫтерҙек. Парлы ғүмер - нурлы ғүмер инде. Оло йәштә булһам да, унан ҡалғас, үҙемде ҡанаты ҡайырылған ҡоштай хис иттем. Ғаиләләр ишле, ҡорған нигеҙҙәре ныҡ булһын. Йәштәргә әйтер теләгем шул, - ти инәй.

Әлеге көндә инәй улы Әхәт, килене Гүзәл тәрбиәһендә. Закировтар - ишле ғаилә. Оло ҡыҙҙары Дилара Стәрлетамаҡта юрист һөнәрен үҙләштерә, уртансылары Сәлим шул уҡ ҡалала белем ала, кеселәре Азалия балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, әлеге көндә үҙ эше менән шөғөлләнә (мин барғанда ла эштә ине). Гүзәл - йорт хужабикәһе. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләгән. Ҡәйнәһенең һаулығы ҡаҡшағас, эшен ташларға мәжбүр була. 21 йыл ҡайны-ҡәйнә менән бергә ғүмер кисергән килендәре улар тураһында тик йылы фекерҙә.

- Рәхмәтемдән башҡа бер һүҙем дә юҡ. Ҡәйнәм мине күп нәмәгә өйрәтте. Йәшләй генә кейәүгә сыҡтым, аш-һыу тирәһендә тәүҙә гел ҡәйнәм булышты, мин ҡарап, өйрәнеп кенә торҙом. Бишбармаҡ, ҡамыр аштарын әҙерләргә өйрәтте, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ҡайным да иҫ киткес ярҙамсыл, уңған, миһырбанлы ине. Баҡсаға ла бергә йөрөнөк, - ти Гүзәл Мансаф ҡыҙы.

Ул тормош иптәше, балалары менән бәхетле булыуын йәшермәй.

- Ғаилә, тәү сиратта, мөхәббәткә, тоғролоҡҡа ҡоролорға тейеш. Был ҡиммәттәрҙе бер ниндәй аҡсаға, алтын-көмөшкә лә алыштырып булмай. Яңғыҙыма йәшәүе ҡалай рәхәт, тигән кешеләргә аптырап, шикләнеп ҡарайым. Эштән ҡайтыуыңа бер кем дә ҡаршы алмаһа, бала-саға тауышы яңғырамаһа, шул бәхетме инде? Минең өсөн был бик ят. Әхәтем менән яратышып өйләнештек. Йылдар үткән һайын мөхәббәтебеҙ көндән-көн көсәйгән һымаҡ. Уның менән табыштырғаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен, - ти хужабикә.

Закировтар ғаиләһе - дин юлында, биш намаҙын ҡалдырмайҙар. Балалары ла, өлкәндәрҙән өлгө алып, шул юлдан киткән. Сәлим мәҙрәсәлә лә уҡып йөрөй. Иманлы ерҙә бәрәкәт, дин булған ерҙә татыулыҡ бар. Намаҙға баҫҡандан һуң күңелдә ниндәйҙер еңеллек тойҙоҡ, ти улар.


Читайте нас: