газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2019, 13:52

Күңеле сафтың - эше саф

«Тормош аҙығы. Салауат» хәйриә фонды һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Улар нимә менән мәшғүл, кемдәргә ярҙам итә? Ошо һорауҙарға яуап алыр өсөн Салауат ҡалаһындағы был фондтың генераль директоры Альбина Зиннәтуллина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Альбина Динис ҡыҙы, фонд тураһында бер нисә һүҙ. Ул нимә менән шөғөлләнә?

- «Тормош аҙығы» - бөтә Ер шарында таралған бик ҙур проект. Рәсәйҙә ул илленән артыҡ ҡалала йәйелдерелгән. Ирекмәндәрҙән торған төркөм 25 йылдан артыҡ мохтаж кешеләргә социаль ярҙам күрһәтә. Фонд асылғандан алып миллиондан артыҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандар эҫе аш һәм мәрхәмәтлек ярҙамы алды, кешеләрҙең яҡлауын тойҙо.

Фонд дүрт йүнәлеш буйынса эшләй. “Балаларға һөйөү” про-граммаһы кескәйҙәргә, етем балаларға ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. «Өлкәндәрҙе хәстәрләү» программаһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр-гә эҫе аҙыҡ һәм тәмлекәстәр таратыу ниәтенән булдырылған. «Мохтаждарға ярҙам»дың маҡсаты - ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, инвалид бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү. «Әүҙем ярҙам» сиктәрендә спорт, экологик, мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, төрлө яҡлап ярҙам итәбеҙ, тәмлекәстәр таратабыҙ. Бына, мәҫәлән, экология өмәләрендә ҡатнашыусыларға аҙыҡ-түлек тараттыҡ, һыу менән тәьмин иттек.

- Фондтың девизы ниндәй?

- «Мәрхәмәт һәм шәфҡәт».

-Бағыусыларҙы, волонтерҙарҙы нисек йәлеп итәһегеҙ?

- Һәр ваҡыт башҡаларҙың ябай булмаған яҙмышын еңеләйтешергә әҙер кешеләрҙең табылыуы ҡыуандыра. Башлыса улар минең дуҫтар, яҡшы таныштар, уларҙың таныштары. Алты йыл эшләү осоронда шуны асыҡланыҡ: “Беҙ берҙәм булғанда ғына йәшәүгә, бәхеткә, шатлыҡҡа, һауығыуға өмөт уятыусы ғәйәт ҙур көс”.

- Хәйриәлек менән ҡасандан башлап шөғөлләнәһегеҙ?

- 2009 йылда дуҫтарым менән балалар йорттарына ярҙам итә башланыҡ. Илдә ойошторолған «Тормош аҙығы» проекты тураһында ишеткәнем бар ине. 2012 йылда «Тормош аҙығы. Салауат» хәйриәлек фондын булдырҙыҡ.

- Хәйриәлек өлкәһендә эшләүсе кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

- Иң мөһиме кешелекле, киң күңелле булыу. Уҡырға һәм үҫергә тырышыу ҙа кәрәк.

- Үткән йыл нисек үтте? Үҙегеҙҙең уңыштарығыҙ, уңышһыҙлыҡтарығыҙ менән бүлешһәгеҙ ине.

- Былтырғы йыл бай эстәлекле, ҡыҙыҡлы булды. Бик күп шатлыҡлы саралар үткәрҙек. Дүшәмбе көнөндә үҙебеҙҙең ҡанат аҫтына алған ун ғаиләгә эҫе аш алып барабыҙ. Шаршамбы көндө һуҡырҙар йәмғиәтендә булабыҙ. Уларҙы тәмлекәстәр менән һыйлайбыҙ. Өс аҙнаға бер тапҡыр булһа ла балалар йорттарына юлланабыҙ. Аҙыҡ-түлектән тыш, бик күп мәҙәни саралар уҙғарып рухи байлыҡ менән дә бүлешәбеҙ. Ғөмүмән, календарҙағы бер байрамды ла ҡалдырманыҡ, һәр береһендә ҡатнашып, ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек.

- Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

- Артабан да ошондай тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашырға теләйбеҙ. Тағы ла бер маҡсат - фонд өсөн уңайлы һәм һыйҙырышлы автомобиль алыу.

- Ауырлыҡтар ҙа осрайҙыр...

- Һәр эшмәкәрлектә лә үҙ ҡыйынлыҡтары була. Тормош бит был. Улар артабан ныҡлы булырға, тырышырға, уҡырға ярҙам итә.

- Ярҙам һорап килгән кешеләр бармы?

- Фондҡа «ярҙам итегеҙсе» тигән үтенес менән мөрәжәғәттәр килә. Башлыса уларға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итәбеҙ.

- Үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине.

- Мин - Салауат ҡыҙы. Өфө авиация институтында инженер-проектлаусы һөнәрен алып сыҡтым. Ике йыл һөнәрем буйынса эшләнем. Әлеге көндә йога буйынса инструктор. Һиндостан мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам, китаптар уҡыйым, лекциялар тыңлайым. Кулинария буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып барам, сөнки бешеренергә яратам.

- Әгәр һеҙҙең ҡулығыҙҙа тылсымлы таяҡ булһа, ни эшләр инегеҙ?

- Бөтә кешеләрҙе лә йомшаҡ күңелле итер инем. Улар берҙәм, татыу булһындар ине.

- Альбина Динис ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Ошондай изге эшегеҙҙә уңыштар ғына юлдаш булһын!


Читайте нас: