Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2018, 10:30

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ Яңы йылда яуған аҡ ҡарға

2018 йыл ҡатмарлы булды, ләкин беҙ, барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, йылды ыңғай һөҙөмтәләр менән тамамлауға ирештек. Бында иң беренсе сиратта, әлбиттә, һеҙҙең өлөш баһалап бөткөһөҙ, хөрмәтле салауаттар. Ниндәй генә тармаҡты алһаҡ та: сәнәғәттә, төҙөлөштә, спортта, мәғарифта, мәҙәниәттә һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ ярылып ята. Шулай иңде-иңгә терәп бергә эшләгәндә генә уңыштар ҙа тос, ҡыуаныстар ҙа сағыуыраҡ була.

2018 йыл ҡатмарлы булды, ләкин беҙ, барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, йылды ыңғай һөҙөмтәләр менән тамамлауға ирештек. Бында иң беренсе сиратта, әлбиттә, һеҙҙең өлөш баһалап бөткөһөҙ, хөрмәтле салауаттар. Ниндәй генә тармаҡты алһаҡ та: сәнәғәттә, төҙөлөштә, спортта, мәғарифта, мәҙәниәттә һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ ярылып ята. Шулай иңде-иңгә терәп бергә эшләгәндә генә уңыштар ҙа тос, ҡыуаныстар ҙа сағыуыраҡ була.

Быйылғы йылда беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштереүсе мөһим дата - ҡалабыҙҙың 70 йыллығы билдәләнде. Ошо ваҡыт эсендә ул ҙур булмаған эшселәр ҡасабаһынан республикабыҙҙың уңышлы, матур һәм төҙөк ҡалаларының береһенә әүерелде. Ҡалабыҙ - Башҡортостан ынйыһы, уның ғорурлығы. Иң мөһиме - ҡаланың киләсәге яҡты. Салауат йәшәй, яҡшы темптар менән үҫешә, яңы йорттар төҙөлә, белем биреү, мәҙәниәт, спорт учреждениеларында тормош ҡайнап тора.

Киләсәктә лә, яратҡан ҡалабыҙ, тыуған республикабыҙ, дөйөм йортобоҙ – Рәсәй именлеге өсөн, һәр ваҡыт ҡулға тотоношоп, кәңәшләшеп бергә эшләргә яҙһын, ҡәҙерле дуҫтар.

Яңы йылда һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ, аҡ бәхеттәр, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем!

Фәрит Ғилманов,

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы.



Бисмиллә! Мөхтәрәм ватан-даштар – мосолман ҡәрҙәштәр! Ил-көндәребеҙҙең именлегенә ҡыуанып, 2019 йылға аяҡ баҫабыҙ.

Уҙған йыл һәр беребеҙ өсөн ниндәйҙер шатлыҡлы минуттар бүләк иткәндер, моғайын. Кемдәрҙер яңы ғаилә ҡорғандыр, икенселәр бала шатлығы татып ҡыуанғандыр, яҡындарының уңыштарын күреп һөйөнгән кешеләр ҙә булғандыр.

Яңы йылға изге ниәттәр менән атлап керәйек. Шул ваҡытта теләгән теләктәребеҙ ҡабул булыр, көндәребеҙ, йылыбыҙ уңыр, эшләгән эштәребеҙ ырап барыр, иншалла. Яңы йыл барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә лә иман алып килһен, аҙашҡандарҙы тура хаҡ юлға баҫтырһын. Сөнки, сер түгел, иманда – ихласлыҡ, ғилемдә – тәрәнлек, холоҡта – күркәмлек, әҙәптә камиллыҡ ята. Донъялар именлеге, үҙ-ара хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ-туғанлыҡ элемтәләрен нығытыу тормошҡа рухи аҙыҡ, илаһи нур биреп, уны әҙәп менән биҙәү, тормош күркен тәьмин итеү – динебеҙҙең иң изге маҡсаттарының береһе.

Яңы йылыбыҙ һәр ғаиләгә шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ил-көн тыныслығы, тән-йән сәләмәтлеге, милләт-ара татыулыҡ, бәхет үә сәғәҙәттәр насип итһен!

Рәмил хәҙрәт Насыров.




- Үтеп барған йыл гимназия өсөн тотороҡло үҫеш йылы булды, тиһәм дә хата булмаҫ. Коллектив яңы йәш көстәр менән тулыланды, матди-техник базаны байытыу өҫтөндә бер аҙ эштәр башҡарылды. Тағы бер автобуслы булып ҡыуандыҡ. Ҡала, республика кимәлендә тәрән йөкмәткеле методик, ҡаланың йәмәғәт ойошмалары, ҡоролтай, “Салауат” гәзите менән берлектә рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға ҡоролған байтаҡ матур саралар, башҡорт теле көнө, уҡыусыларҙың “Салауат уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Балаларҙың ижади эштәре тупланған сираттағы йыйынтыҡты сығарҙыҡ. Әйткәндәй, “Салауат” гәзитенә яҙылып, байтаҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ бүләк отоп шатланды.

2018 йылғы сығарылыш уҡыусыларыбыҙ барыһы ла аттестатты уңышлы алды. Яңы йылдан бары тик уңыштарға, яңынан-яңы үрҙәргә өлгәшеүгә өмөт итәбеҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙ берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йорттарына керә алһа - шул уҡытыусы эшенең хеҙмәт емеше була.




- Һәр үтеп барған йылға йомғаҡ яһарға, шуның өсөн уны файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Эт йылы бик уңышлы, матур ваҡиғаларға бай булды. Иң иҫтәлекле мәлдәрҙең береһе - яңы фатир алыуым. Эшем Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде. Башҡорт дәүләт университетында «Рәсәй халҡының рухи-әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре» буйынса квалификация үттем. Ғөмүмән, һәр көн минең өсөн асыш, шатлыҡ-ҡыуаныс.

Ысынында йылдың нисек үтеүе кешенең үҙенән тора. Сөнки матур тормош та бит изге уйҙарҙан башлана. Теләгең булһа, Эт йылымы ул, Сусҡа йылымы, алдыңа яңы маҡсаттар ҡуйып, шул йүнәлештә бар көсөңдө һалып эшләһәң, уңыштары ла, ҡаҙаныштары ла буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы булып үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ Радий Хәбиров килгәс, күптәрҙе борсоған туған һәм дәүләт телдәре мәсьәләһе ыңғай хәл ителер, тип өмөтләнәм.

Яңы йыл үҙе менән һаулыҡ, муллыҡ алып килһен. Һәр кемгә лә ошо муллыҡты тигеҙ бүлһен!
Читайте нас: