газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2018, 11:24

Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай Үҙе һаҡаллы ҡалай

Ҡалала әле теге, әле был урында шыршы байрамдары гөрләй. Дүшәмбе Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында Башҡорт шыршыһы балаларҙы үҙенә йыйҙы.

- Йыл да, традицияға тоғро ҡалып, иң шәп уҡыусы башҡорт телле балаларға ошондай күркәм байрам ойошторабыҙ. Бының өсөн уҡытыусылар, уҡыусылар исеменән дә ҡала хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Уҡыусылар уйнап-бейеп кенә ҡалмай, ә хакимиәт башлығынан бүләк алып та ҡыуана. Быйыл ундайҙар һаны - 100. Шуныһы үҙенсәлекле, кисәлә олоһо ла, кесеһе лә бергәләп рәхәтләнеп күңел аса. Сөнки сараны 25-се башҡорт гимназияһы 53-сө балалар баҡсаһы коллективы менән берлектә бик ҡыҙыҡлы итеп әҙерләй. Был байрам телде һаҡлауҙың, уны үҫтереүҙең бер юлы булып тора, - тине мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина.

Ул шулай уҡ ҡыҙ һәм малайҙарға изге теләктәрен еткерҙе, тырышып уҡыуҙарын, яңы уңыштарға ирешеүҙәрен, яҡты теләктәренең бойомға ашыуын теләне. Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова ла ҡотлау сәләме менән сығыш яһап, ҡоролтай исеменән бүләктәрен тапшырҙы.

Ана, төрлө маскарад кейемдәрендәге балалар ҡупшы шыршы тирәләй әйләнә. Күңелле музыка яңғырай. Залға килеп сыҡҡан Ҡар бабай тамаша йәме булды. Үҙе шундай ихлас, балалар менән шаяра, уйнай. Байрам шулай күңелле генә барғанда ҡапыл Мәскәй әбей килеп инә. Мин-минлеген күрһәтергә уйлаған уҫал әбей күп этлектәр эшләһә лә, һуңғараҡ үҙ хатаһын аңлай, йыйылыусылар менән бергә уйнай, йырлай.

Ҡыш бабай тоғондағы тәмлекәстәрҙе мул өләште, таланттарын күрһәт-кәндәргә приздарын таратты. Ҡыш бабайҙың тылсымлы таяғы ярҙамында йылтырауыҡлы ҡумтанан Яңы йылдың килеп сығыуы тамашаның иң күңелле мәле булды.
Читайте нас: