Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2018, 11:26

Ҡала үҫеше - социаль именлек нигеҙе

Ҡала хакимиәтендә киңәйтелгән ултырыш үтте. Унда хакимиәт башлығы Фәрит Ғилманов Салауаттың иҡтисади-социаль үҫешенә яҡынса йомғаҡ яһап, киләһе йылға пландарҙы билдәләне.

Фәрит Фәррәх улы үҙенең сығышын ҡаланың абруйлы шәхесе, үҙ ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы хеҙмәткә бағышлаған, бөгөн дә ҡала өсөн янып-көйөп йәшәгән Виктор Давыдковты күркәм юбилейы - 85 йәше менән ҡотлауҙан башлап ебәрҙе. Виктор Константинович шундай ихтирам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдереп, йөрөй һәм эшләй алғанса, артабан да ҡала сәскә атһын өсөн тырышасаҡмын, тине.

Һуңынан хакимиәт башлығы ҡаланың социаль иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән таныштырҙы.

Социаль-иҡтисади үҫеш

Салауат ҡалаһы республикала йән башына инвестициялар күләме буйынса алдынғы сафтарҙа килә. Шулай уҡ ике йыл рәттән урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге буйынса беренсе урынға лайыҡ була. Беҙҙең ҡалала уртаса эш хаҡы республика күрһәткесенән юғарыраҡ. Төбәктә ул 32 332 һум булһа, Салауатта 39 447 һум тәшкил итә.

2018 йылдың 11 айында тейәп ебәрелгән тауар һәм күрһәтелгән хеҙмәт күләме 250,5 млрд һум тәшкил иткән. 2017 йыл менән сағыштырғанда үҫеш темпы - 125 процент.

- Беҙҙең эштең маҡсаты - салауаттар-ҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Алда һанап үтелгән һөҙөмтәләрҙән тыш, ҡалала эшҡыуарлыҡ үҫешенә бәйле яңы эш урындары булдырылыуы, хеҙмәт хаҡының артыуы шатландыра, - тине Фәрит Фәррәх улы.

Төҙөлөш

Йыл башынан алып ҡала биләмәһендә 29,5 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Бөгөн ҡала хакимиәте алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе - ул яңы микрорайондарға инженер коммуникациялары уҙғарыу, юлдар һалыу. Был эштә ҡала етәкселеге төбәк бюджетынан ярҙам булырына өмөт итә. Мәҫәлән, яңы микрорайондарҙа 41 километр оҙонлоҡтағы автомобиль юлдарына ҡом-ҡырсынташ һалыу талап ителә.

2013 йылдан алып Салауатта льготалы категорияға ҡараған граждандарға - 796, шул иҫәптә быйыл 120 ер участкаһы бирелгән. Үҙ йортон төҙөү өсөн ер участкаларын өс балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе, йәш ғаиләләр, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороусы граждандар алды, тине ҡала хакимиәте башлығы.

Юбилейлы йыл

- Быйыл беҙҙең ҡала өсөн юбилейлы - Салауаттың 70 йыллығы йылы булды. Ошо уңайҙан ҡалала бер нисә социаль әһәмиәтле объекттар сафҡа индерелде. «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында 25 млн һумлыҡ фонтан төҙөп ҡуйҙы, «Салауатбыяла» предприятиеһы Фурманов урамында 11 млн һумға балалар паркын төҙөкләндерҙе. Ҡала бюджеты иҫәбенә (11 млн һум) С.Юлаев бульварындағы Батыр аллеяһында фонтан эшләнде, - тине Фәрит Ғилманов.

Шулай уҡ «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә Рәсәй Кино фонды программаһы буйынса бүленгән 5 млн һумға кино залы йыһазландырылған.

Төҙөкләндереү

- Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡтың кәйефе уның ниндәй мөхиттә йәшәүенә бәйле, тигән мөһим фекерҙе әйткәйне. Республика, ил кимәлендәге төрлө программалар ярҙамында төҙөкләндереү эштәрен алып барып була. Быйыл ҡалала юлдарҙы рәткә килтереүгә 116 млн һум, «Октябрь» кинотеатры артындағы скверҙы матурлауға 34 млн, ҡала дауаханаһы алдындағы биләмәне ремонтлауға 10 млн, күп фатирлы йорт алдындағы ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 34 млн йүнәлтелде. 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса республиканан алынған 23 млн һумлыҡ грант та ҡаланың 70 йыллығы уңайынан ҡаланы төҙөкләндереүгә тотонолдо. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса 7 проект тормошҡа ашырылды, - тине ҡала башлығы.

Фәрит Фәррәх улы әйтеүенсә, 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса алынған грантты киләһе йылда ҡалалағы яҡтылыҡ ҡоролмаларын алыштырыуға йүнәлтеү планлаштырыла. Ленин урамындағы аллеяны төҙөкләндереү ҡаралған, был маҡсатта төрлө кимәлдәге бюджеттан бүленгән 51 млн һум тотоноласаҡ. Бынан тыш, автомобиль юлдарындағы бордюрҙарҙы, юл киҫелештәрендәге иҫке ҡоймаларҙы алыштырыу, яңы туҡталыш-тар, светофор ҡоролмалары ҡуйыу, күп фатирлы йорттарҙа подъездарға ремонт башҡарыу, мәғариф учреждениеларына капиталь ремонт һәм башҡа эштәрҙе ғәмәлгә ашырыу билдәләнгән.

Һаулыҡ һаҡлау

Әлеге ваҡытта ҡаланың балалар поликлиникаһында ремонт эштәре башлан-ған. Дауалау учреждениеһының икенсе ҡатын ремонтлауға 3 млн һум, электр йыһаздарын капиталь ремонтлауға 7,6 млн һум йүнәлтеү ҡаралған. Экономияланған аҡсалар иҫәбенә рентген кабинетында вентиляцияны һәм барлыҡ ҡаттарҙа ла ишектәрҙе алыштырыу билдәләнгән. Фәрит Фәррәх улы белдереүенсә, бөгөнгә С.Юлаев бульварындағы, Чапаев һәм Губкин урамдарындағы поликлини-каларҙың һәр береһендә 15 тәҙрәне пластикка алыштырыу эштәренә дәүләт экспертизаһынан ыңғай ҡарар алынған.

Дауаханаларҙың врачтар менән тәьмин ителешенә килгәндә, был мәсьәлә ҡала хакимиәте өсөн көнүҙәк булып ҡала. Шулай ҙа был йүнәлештәге тырышлыҡтың һөҙөмтәһе бар: быйыл октябрҙә 2 невролог, 1 анестезиолог-реаниматолог, 1 участка педиатры, ноябрҙә 1 ашығыс медицина ярҙамы врачы, декабрҙә тағы 5 табип - терапевт, онколог, нейрохирург, невролог, травмотолог-ортопед эшкә ҡабул ителгән. Ҡала дауаханаһы нигеҙендә кардиохирургияны, онкология диспансерын ойоштороу планлаштырыла.

Ултырышта ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов игеҙәк балалары тыуған ғаиләләргә 50 мең һумға сертификат тапшырҙы. Андреевтар, Байғужиндар, Шәриповтарҙың ғаиләһе ҡала хаки-миәтенән ошондай матди ярҙам алып ҡыуанды.

2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмән йылы тип иғлан ителгәйне. Уның сиктәрендә ҡала волонтер ойошмалары үҙҙәрен төрлө сараларҙа яҡшы күрһәтте һәм ҡала хакимиәте башлығы ошо берләшмәләрҙең иң әүҙем ағзаларын Рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте. Шулай уҡ ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән идара итеүсе компаниялар, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында актив ҡатнашыусылар бүләкләнде.

- Киләһе йылда беҙ Башҡортос-тандың 100 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, һеҙгә, яҡындарығыҙға, коллективтарығыҙға һаулыҡ, именлек һәм байрам кәйефе теләйем, - тине Фәрит Фәррәх улы.


Читайте нас: