газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2018, 15:12

Уңыш тырыштарға юлдаш

Аиса Хафизова - РФ-тың мәғариф өлкәһендә Почетлы хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф отличнигы. Салауат педагогия училище-һын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған ауылы Мырҙашта уҡытыусы булып башлай. Әлеге ваҡытта ул ҡалабыҙҙың 10-сы балалар баҡ-саһын етәкләй.

Асыҡ йөҙлө, иғти-барлы, кешелекле Аиса Нәсибулла ҡыҙы бала-ларҙы ла, коллективын да бар күңеле менән ярата. Эштә был сифаттар иң мөһиме, ти ул.

- Яратҡан һөнәрем буйынса татыу коллективта эшләйем. Үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти ул. - Етәксе булараҡ коллективыңды һәм ата-әсәләрҙе берҙәй күреп хөрмәт итә белһәң генә, был өлкәлә эшең уң буласаҡ.

Был балалар баҡ-саһына Аиса Хафизова ҡасандыр тәрбиәсе-эколог булып эшкә урынлаша. Тап шул йылдарҙа сәскәләргә, тәбиғәткә булған һөйөүе тағы ла арта, матурлыҡҡа ынтыла. Уның өйөндә лә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ.

Ул балалар тәрбиәләү һәм уҡытыуҙағы иң төп ярҙамсылар - ата-әсәләр менән эште лә оҫта ойоштора. Коллективында ҙур ихтирам менән файҙалана.

Тырыштарға ғына уңыш юлдаш тигәндәй, Аиса Нәсибулла ҡыҙы төрлө конкурстарҙа, йәмәғәт сараларында ҡатнашып, балалар баҡ-саһының бәҫен күтәреп тора. Бәләкәстәрҙе һөйө-үе, эшен яратыуы юғары үрҙәргә үрләргә ярҙам итә. Уның тәрбиәселәре лә һәм кескәйҙәр ҙә конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм һәр ваҡыт еңеүгә өлгәшә.

Быйыл балалар баҡ-саһында ике башҡорт төркөмөн асыуға етәксе, тәрбиәселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә етди әҙерлән-гән. Төркөмдәрҙә баш-ҡорт тирмәһе эшләнгән. Биҙәлеш яғынан да, шәжәрәләр эленеп тороуы ла башҡорт мөхитен тулыландыра. Кескәйҙәр туған телдә халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштерә, шиғырҙар һөйләй, йырҙар йырлай, дәртләнеп бейей. Бөгөн килеп тулыһынса йыһазландырылған балалар баҡсаһында башҡорт мөхитенә урын табылыуы - айырыуса ҡыуаныслы.

Әлеге мәлдә балалар баҡсаһы мөдире урындағы башланғыс-тарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса асфальт һалдырыу теләге менән янып йөрөй.

- «Шишмәкәй» үҙи-даралығын булдырып, киләһе йылдың май айҙарында үтәсәк кон-курсҡа әҙерләнәбеҙ. Үҙидаралыҡҡа Монтаж-сылар урамында урын-лашҡан 4-се йорт һәм беҙҙең балалар баҡсаһы инә. Ошо программаны тормошҡа ашырыу өсөн бағыусылар эҙләйбеҙ, - ти тырыш етәксе.

Утыҙ биш йылдан ашыу хеҙмәт стажлы, кескәйҙәр йөрәгенә наҙ өләшкән хөрмәтле етәксе - изгелекле әсәй ҙә, өләсәй ҙә. Улы - нефтсе, ҡыҙы сауҙа өлкәһен һайлаған. Ейәнсәренең уңыштарына ла ҡыуа нып йәшәй өләсәй.


Читайте нас: