- Һәр яҡлап ҡараһаҡ та, һуңғы йылдарҙа халыҡтың хәле мөш-көлләнә генә бара. Аҙым атлаған һайын әҙәм балаһының Төп Законда яҙылған хоҡуҡ-тары ҡыҫыла. Шул уҡ тел мәсьәләһен генә алайыҡ. Белеүемсә, Конституцияның 1-се статьяһында уҡ Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәре булып ике тел: башҡорт һәм рус теле һанала, тип әйтелә. Ә бөгөн дәүләт теле статусына балаларыбыҙҙы уҡытыу ҙур проблемаға әйләнде. Дәүләт телдәре, минеңсә, ошо республикала йәшәгән кешеләргә мотлаҡ уҡытылырға тейеш.
- Бер хоҡуҡи май-ҙанда булғас, әлбиттә, Башҡортостан Консти-туцияһы Рәсәйҙең Төп документынан айырмалы була алмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, граждандарҙың хоҡуҡтарына ике документта ла күп урын бүленгән. Ә бына улар теүәл үтәләме, уныһы икенсе мәсьәлә. Ләкин, һуңғы сәйәси ваҡиғаларға күҙ һалһаҡ, был осраҡта мин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың уҙған шишәмбеләге Мөрәжәғәтнамәһен күҙ уңында тотам, власть структураларының ябай халыҡҡа яҡынайырына ышаныс бар. Хоҡуҡи дәүләттә ул шулай булырға ла тейеш. Сөнки Башҡортостан Конституцияһында: ”Кеше, уның хоҡуҡтары һәм азатлығы иң ҙур байлыҡ,” – тип яҙылған.
- Әлбиттә, барлыҡ кеше лә мотлаҡ үтәй торған документ ул Конституция. Сөнки ул беҙҙең көндәлек тормошобоҙ менән идара итеүсе, граждан-дар менән дәүләт араһындағы хоҡуҡи бәйләнештәрҙе көйләү-се Төп Закон. Ләкин ул теүәл үтәләме һуң? Минеңсә, күп ваҡытта Конституция инҡар ителә. Хәтерем яңылышмаһа, ошо мөһим документта һәр кемгә һүҙ азатлығы бирелә, кешегә үҙ аллы фекер йөрөтөргә мөмкин, тип әйтелә. Быларҙың барыһы ла сикләнгән бит хәҙер. Йәнә түләүһеҙ белем алыуға, һаулыҡтарыбыҙҙы һаҡлауға, бушлай медицина ярҙамына өмөт итергә, торлаҡ алыуға хоҡуҡтарыбыҙ бар, тиелгән. Ә ҡайҙа улар? Конституцияла нисек яҙылған икән, ул шулай булырға тейеш. Был граждандарға ла, власҡа ла ҡағыла.