газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2018, 11:41

Юл һалыныр, мәктәп булыр

- Ҡалабыҙҙың Урман паркы урамында 8 йыл йәшәйбеҙ. Уның урамдарынан, юлдарынан үтерлек түгел. Хатта юл соҡорҙарын тигеҙләү өсөн грейдерҙар ҙа һорап алып булмай. Урман паркы, Бекетов урамдарындағы йорттарҙа кеше күп йәшәй, йәш ғаиләләр бихисап. Балаларҙы уҡырға йыраҡҡа йөрөтөргә тура килә, сөнки яҡында ғына мәктәп юҡ. Беҙҙең биҫтәлә лә яңы мәктәп булыр, яҡшы юлдар һалыныр, йәйәүлеләр ҙә, транспорт та унан рәхәтләнеп йөрөр, тип хыялланабыҙ. (Регина)

Һорауға яуапты ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Данир Зөбәйеров бирә.

- Салауат ҡалаһының көнсығыш өлөшөндәге Калинин (Бекетов урамынан алып Урман паркы урамына тиклем) һәм Урман паркы урамдарында (Калинин урамынан алып С.Юлаев бульварына тиклем) магистраль урамдар һалыу буйынса проект эштәре башҡарылған һәм 2016 йылда ыңғай дәүләт һөҙөмтәһе алынған. БР Хөкүмәте күрһәтмәһе буйынса, был урамдарға юл һалыу 2019 йылға билдәләнгән.

Калинин һәм Урам паркы урамдарын махсус техникаһы менән таҙартыу муниципаль контракт нигеҙендә башҡарылған, асфальт валсыҡтары түшәлеп сыҡҡан.

3-сө микрорайонда барлыҡ яңы биҫтәләрҙә йәшәүсе балаларға иҫәпләнгән 1200 урынлыҡ мәктәп төҙөү өсөн территория ҡаралған. Ул ер участкаһы кадастр иҫәбенә ҡуйылған һәм 2016 йылда ҡала төҙөлөшө планы менән раҫланған. 2018 йылда урындағы бюджет иҫәбенә геодезия, экология, геология һәм гидрометеорология тикшеренеүҙәре алып барылған. 2019 йылда 90535,0 мең һум суммаға проектлау эштәрен уҙғарыу планлаштырыла.


Читайте нас: