Үҙәктең эшмәкәрлеге киң яҡлы. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр өсөн клуб, тәрбиәгә бала алыусылар мәктәбе, хатта яман шеш менән сирлеләргә психологик ярҙам күрһәтеү төркөмө лә булдырылған. Белгестәр көн оҙонона кешеләрҙе ҡабул итеп кенә ултырмай, ә Рәсәйҙә, республикала уҙғарылған төрлө конкурстар, форумдарҙа әүҙем ҡатнаша. Үткән айҙа уларҙың «Ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты «Ғаиләгә курс» Бөтә Рәсәй конкурсында грант отто.
Үҫмерҙәр менән аралашыу ҡайһы саҡта үҙ ата-әсәһенә лә ҡыйынға тура килә. Улар йә үҙ-үҙенә йомола, йә киреһенсә, ҡыҙыусанға әйләнә. Ә үҫмерҙе тәрбиәгә алған ғаиләләргә икеләтә ауырға тура килә. «Ышаныс» үҙәге тап ошондай ғаиләләргә булышлыҡ итә. Психологтар әйтеүенсә, өлкәндәр йыш ҡына килеп тыуған проблемаларҙы хәл итә алмайынса, үҫмерҙе кире балалар йортона тапшыра. Баланың былай ҙа яралы йөрәге ҡабат телгеләнә. Ошо хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн тырыша ла инде үҙәк хеҙмәткәрҙәре.
- Баланы тәрбиәгә алыр алдынан, ата-әсә уларҙы алда ниндәй ҡыйынлыҡтар көтөүен белһен, уларға әҙер булһын. Ике йыл элек беҙҙә «Тәрбиәгә бала алыусылар мәктәбе» эшләй башланы. Ошонда уҡыу үтмәйенсә, опека һәм попечителлек бүлеге бала алыуға рөхсәт бирмәй. Күптән түгел «Ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты барлыҡҡа килде, - тип һөйләй үҙәк директоры Ирина Назарова.
Конкурстың тәүге этабын-да стажировка үтеү һәм семинарҙар ойоштороу төп шарт була. Өфөләге стажировкаға «Ышаныс» үҙәге психологтары Любовь Ситникова менән Клавдия Пресникова юллана.
- Был беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.Төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләнек. Үҫмер балалар менән нисек эшләргә кәрәклекте өйрәттеләр, - ти белгестәр.
Семинарҙы иһә улар опека һәм попечителлек бүлеге һәм тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләр менән берлектә уҙғара.
Алда - икенсе этап. Коллек-тив дәртләнеп эшкә тотонған.