газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2018, 10:32

Халыҡ һорауҙары яуапһыҙ ҡалмай

Шаршамбы көндө 1-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһында ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов граждандарҙы ҡабул итте. Салауаттар уға үҙҙәрен борсоған проблемалар менән мөрәжәғәт итеп, уларҙы хәл итешеүҙәрен һораны.

Күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүсе пенсионер 1-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәр-ҙәренең фатирҙағы радиаторҙы алыштырыу өсөн хаҡ алыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Идара итеүсе компания етәксеһе белдереүенсә, әгәр йорт советы ҡарары менән был эш ағымдағы ремонт исемлегенә индерелмәһә, уның өсөн фатир хужалары түләргә бурыслы.

“БашРТС” предприятиеһы ҡаланың барлыҡ йорттарында ла йылылыҡты иҫәпләүсе прибор булырға тейеш, тигән талап ҡуя. Әммә 200 мең һумдан ашыу торған ҡоролма менән йыһазландырыу ике ҡатлы, аҙ фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн бик ҡиммәткә төшә. Фәрит Фәррәх улы, ошо һорау менән килгән пенсионерға яуап итеп, счет-чиктарҙы ҡуйыусы ойошма менән осрашып, хаҡты көйләү буйынса һөйлә-шеүҙәр алып барыласаҡ, тип белдерҙе.

Ҡала халҡын төҙөкләндереү мәсьәләләре лә борсой. Чапаев урамындағы 28-се һәм Төҙөүселәр урамындағы 46-сы йорт советтары вәкилдәре ихаталағы юлды ремонтлау теләге менән янып йөрөүҙәрен белдерҙе. Ҡала башлығы, милекселәр башланғыс менән сығып, республика, федераль программаларына ҡушылһа, был мәсьәләне хәл итеү мөмкин, тине.

- Бөгөнгө көндә төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән әллә нисәмә программа бар: «Заманса ҡала мөхите», «Башҡортостан ихатаһы», урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү. Йорт хужалары уларҙа ҡатнашып, ихаталарында заманса уйын майҙансыҡтары ла төҙөй, юлдарҙы ла рәтләп ҡуя ала. Барыһы ла милекселәрҙең әүҙемлегенән тора, ә ҡала хакимиәте ярҙам итергә риза, - тине Фәрит Фәррәх улы. Ул шулай уҡ ҡала кешеләренең поъездарҙы ремонтлау планына инә алыуын да әйтте. - Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә киләһе алты йыл эсендә подъездарҙы ремонтлау мәсьәләһен ябырға ҡушты. Бының өсөн аҡсаның 88 проценты төбәк бюджетынан, 10 проценты урындағы муниципаль ҡаҙнаһынан бүленә, 2 процентын милекселәр түләй. Беҙҙең ҡалала киләһе йыл эсендә 300-ҙән ашыу подъезда ремонт башҡарыу планлаштырыла.

Пугачев урамындағы 14-се йорт алдында яҡтыртыу ҡоролмалары кәрәк, тине был өйҙөң вәкиле. Фәрит Фәррәх улы үҙәк урамдарҙағы алыштырылған яҡтыртыу ҡоролмаларын квартал эсенә ҡуйыу мәсьәләһе ҡараласаҡ, тип белдерҙе.

Ҡалабыҙҙа үҙҙәренең генә түгел, башҡа кешеләрҙең дә яҙмыштарына битараф ҡалмаған заттарҙың булыуы ҡыуандыра. Ҡала башлығына 6 бала тәрбиәләүсе ғаиләнең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ярҙам һорап килгәйне бер ханым. Уның һүҙҙәре буйынса, ғаилә ҡатмарлы тормош хәлендә һәм уларҙың фатирҙарына ремонт талап ителә. Фәрит Фәррәх улы эштең күпмегә төшөүен иҫәпләргә ҡушты һәм бағымсылар табып, был ғаиләгә ярҙам буласағын вәғәҙә итте.


Читайте нас: