Төбәк башлығы залда йыйылыусыларға һәм телевизор, планшет экрандарына төбәлгән дүрт миллион кешегә нимә тураһында һөйләне һуң?
Дәүләттең бик бәләкәй булмаған бурыстары хаҡында
Тәүге минуттарҙа уҡ республика чиновниктарына, донъялағы иң уңышлы мэр булып иҫәпләнгән Нью-Йорк мэры Рудольф Джулиани кеүек булырға, тигән бурыс ҡуйҙы. Уның «емерелгән тәҙрәләр теорияһы»нда былай тиелә, бик ҡыйын булғанда ла, әгәр һәр көн һайын тырышһаң, яҡшыға ирешеп була. Мәҫәлән, ул криминаль Гарлемдан урта класс йәшәүсе ярайһы уҡ дәрәжәле генә район яһауға өлгәшә. Әгәр бер генә «ватылған тәҙрә» менән килешкән хәлдә, проблема хәл ителмәйәсәк.
Властағы ришүәтселек тураһында
- Ғәмһеҙ түрәләрҙе аҡламаясаҡмын. Власть ришүәтселек менән көрәшергә тейеш. Ә бөтә түрәләрҙе лә закон алдында саф итеп күрһәтергә кәрәкмәй.
Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы:
- Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе барлыҡ республика халҡын берләштереүгә ҡоролғайны. Сөнки ул ҡуйған девиз: ”Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” Ә яҡшыраҡ булдырыу, тормошобоҙҙо яҡшыраҡ итеү, йәшәйешебеҙҙе юғарыраҡ бейеклеккә күтәреү өсөн беҙ барыбыҙға ла, юғары вазифа биләгән етәксеме ул, халыҡ ышаныс белдергән депутатмы, ябай хеҙмәт кешеһеме, бер төптән егелеп эшләргә кәрәк. Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы булды: Башҡортостаныбыҙҙың ниндәй йүнәлештә үҫеүен билдәләгән мөһим сараға фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөләре күрһәткән эшселәр, күп балалы ғаиләләр, илебеҙ именлеге өсөн ҡыйыулыҡ күрһәткән хоҡуҡ һаҡсылары, тәрбиәселәрҙең саҡырылыуы. Тимәк, власть хеҙмәт кешеһенә йөҙ менән борола. Был иҫ киткес ыңғай сигнал. Урындарҙағы етәкселәр ҙә ошо миҫалға таянып эшләргә бурыслы.
Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:
- Ололарҙы ололай, уларға хөрмәт күрһәтә белгән кешенең эштәре лә ыңғай бара. Был борондан һыналған. Ошо етди сараға Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың саҡырылыуы Мөрәжәғәтнамәне ҡараған, тыңлаған кешеләрҙә оло ҡәнәғәтлек тыуҙырҙы. Юғиһә Мортаза Ғөбәйҙулла улының нисәмә йылдар эшләгән изге эштәренә күҙ йомоп ҡараныҡ бит. Ә ул Рәсәйҙә ҙур тетрәнеүҙәр барған осорҙа республикабыҙҙа тыныслыҡ, дуҫлыҡ, милләт-ара татыулыҡты һаҡлап алып ҡалды. Иҡтисадта ла, сәнәғәттә лә, ауыл хужалығында ла һөҙөмтәле эш булды. Был турала сара барышында Радий Хәбиров та әйтте. “Мин Мортаза Ғөбәйҙулла улына ҡарата тәрән ихтирам кисерәм,” – тине ул. Нисәлер йылдар үткәс, Радий Фәрит улының эшләгән эштәренә һығымта яһап, халыҡ уның үҙенә ҡарата ла шул һүҙҙәрҙе әйтһә, тимәк, ул республикабыҙҙы, уның халҡын дөрөҫ юлдан алып барған буласаҡ. Ә мин уның тап шулай булырына өмөтләнәм.
Тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡығыҙ.