газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2018, 12:04

Ни өсөн уны Кулибин тиҙәр?

Көн дә тиерлек эшкә бер юлдан йөрөгәс, һәр ер таныш тиерлек. Ошо араларҙа бер йорт алдында үҙенсәлекле ҡоролма барлыҡҡа килде. Быны кем эшләп ҡуйҙы икән, тигән уй миңә тынғы бирмәне. Бер көндө ул подъезд эскәмйәһендә ултырған оло быуын кешеләрен күреп, ниһайәт, һорарға батырсылыҡ иттем. «Ә-ә-ә, беҙҙең Кулибин бит ул. Ана үҙе беренсе ҡатта тәҙрәнән ҡарап тора», - тинеләр. Самбулат ағай менән ана шулай танышып киттек. «Ә ни өсөн һеҙҙе Кулибин тиҙәр?» - тип һорауыма: «Мин гел берәй нәмә уйлап сығарып торам», - тине йылмайып.

Рахманғоловтарҙың ғаилә ҡороу-ҙарына быйыл 53 йыл. Самбулат Зәйнулла улы Мәләүез районынан, ә Зөләйха Талип ҡыҙы - Туймазы ҡыҙы. Яҙмыш еле уларҙы Салауат ҡалаһында таныштыра. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Икеһенә лә юғары белем бирергә барлыҡ тырышлыҡтарын, мөмкинлектәрен һалғандар.

Йорт хужаһы ғүмерен водитель һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға тик-лем яратҡан эшенә тоғро ҡалған. Уның оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге бихисап Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Ул хаҡлы ялға сыҡһа ла, оҙаҡ йылдар белем усаҡтарында слесарь, балта оҫтаһы, ҡарауылсы булып эшләгән. Уның өйҙә ял итеүенә әле ике генә йыл.

Зөләйха Талип ҡыҙы буяусы һөнәрен үҙләштереп, төҙөлөш идаралығында ун ике йыл хеҙмәт итә. Һуңынан «Сала-уатбыяла» заводында төрөүсе, быраулаусы, эҫе сетканы күсереп ҡуйыусы булып егерме йылдан артыҡ эшләп, яуаплы хеҙмәткәр булараҡ абруй ҡаҙанып, хаҡлы ялға сыға. Ул - уңған хужабикә, аш-һыу һәм бәйләм оҫтаһы ла. Яҡындарына кофта, свитер, ойоҡбаш, шәлдәр бәйләп бүләк итә.

Олоғая барған һайын, тормоштоң матурлығын да нығыраҡ аңлайһың, йәшәгәндән-йәшәге генә килә, тиҙәр Рахманғоловтар. Улар иртә яҙҙан баҡса эштәре менән мәшғүл. Уңыштарынан төрлө салаттар, ҡайнатмалар һәм башҡа бик күп тәмлекәстәр яһайҙар. Виноградтан һуттары ла, үҙҙәренең умарталыҡтарынан алынған балдары ла телде йоторлоҡ.

Кулибин исемен йөрөткән Самбулат ағай үҙенең йорт алдына эшләп ҡуйған үҙенсәлекле ҡоролма ел йүнәлешен билдәләүсе флюгер булып сыҡты. Баҡтиһәң, ул бик күп әйберҙәрҙе үҙ ҡулдары менән ижад итә. Өйөндәге бөтә мебелдәрҙе тиерлек үҙе эшләгән. Йәш ваҡытында мендәрҙәрҙе таҙартыу ҡоролмаһын да уйлап тапҡан. Әммә бысраҡ эш булыу сәбәпле, был килемдән баш тартырға булған. Ул яңыраҡ күптәнге хыялын тормошҡа ашырған, ҙур сәғәт яһаған. Көҙ көнө баҡсаһында автомобиль генераторынан 12 вольтлы ток биреү өсөн өйрөлмә эшләгән. Уны «Кулибин» яҙ айҙарында электр уты алыр өсөн тоташтырырға ниәтләй. Уның мәҙәниәткә ғашиҡ булыуы хаҡында әйтеп үтмәһәм, дө­рөҫ булмаҫ, моғайын. Уның оҫта итеп гармунда уйнауын күреү - үҙе бер мөғжизә. Ул ҡалала үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша һәм һәр саҡ призлы урындар яулай. Уйлап табыусы был музыка ҡоралын да эшләүгә тотонған.

Рахманғоловтар үҙҙәренең эше һәм тормошо менән йәштәргә өлгө булырлыҡ. Бына шундай дәртле, тырыш, донъяны яратҡан ололарға һоҡланмау мөм­кин түгел. «Бер-береңде аңлап, тыңлап, хөрмәт итеп һәм дә тырышып хеҙмәт итеп йәшәү мөһим», - ти улар бер һүҙҙән.

Тигеҙ ғүмер итегеҙ, тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайһың икән. Зөләйха апай менән Самбулат ағайҙың илле йылдан артыҡ бергә матур итеп ҡартайып, донъя көтөп, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр менән бергә йәшәүҙәре ниндәй бәхет бит!


Читайте нас: