газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2018, 12:01

Байрам бәҫе китмәһен

Һәр фажиғәнең үҙ сәбәбе була. Мәҫәлән, янғынға, күп осраҡта, кешеләр үҙҙәре ғәйепле. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итәләр, белгестәрҙең кәңәштәре бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сығып китә.

Әле яңыраҡ күп фатирлы йорттарҙың береһендә булған хәл-ваҡиға ла шул турала һөйләй. Баҫҡыс аҫтындағы буш урында балалар коляскаһы һәм велосипедҡа ут тоҡаныу сәбәпле, подъезд эсе төтөнгә бата. Ярай әле, янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етә, зыян күреүселәр юҡ. Белгестәр әйтеүенсә, йортта йәшәүселәрҙең янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәүе күңелһеҙ хәлгә алып килгән. Тиҙҙән икеләтә хәүефле мәл етә. Яңы йыл, тәү ҡарашҡа матур байрам булһа ла, икенсе яҡтан шомло. Сөнки петардалар, фейерверктар менән артыҡ мауығыусылар үҙҙәренең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә ғүмерен, сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуя. Яҡшы кәйеф насары менән алышынмаһын өсөн ни эшләргә? Ниндәй ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә? Был турала ҡала хакимиәтенең граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығының оператив эш буйынса белгесе Анастасия Зөбәйерова һөйләй:

- Магазин кәштәләре «утлы» уйынсыҡтарҙан һығылып тора. Әммә бәләкәй генә «бомба»ның ҙур бәләгә килтереү ихтималлығын оноторға ярамай. Янғындарҙың күбеһе пиротехниканы дөрөҫ ҡулланмауға йәки сертификаты булмаған сифатһыҙ продукция файҙаланыуға бәйле. Петарданы ҡулланыр алдынан, тәү сиратта, мотлаҡ инструкцияһы менән танышығыҙ. Файҙаланыу ваҡыты уҙған фейерверктарҙы бер үк һатып алмағыҙ. Аҙағы аяныслы тамамланыр. Фатир эсендә бындай «шоу» ойоштороу үтә ҡурҡыныс. Эргә-тирәлә ағастар, йорттар, аҫылынып торған сымдар булмаһын. Уларҙы бина эсендә, көслө ел ваҡытында, усаҡ янында шартлатыу кәңәш ителмәй. Майҙансыҡтың торлаҡ йорттарҙан кәм тигәндә 50 метр алыҫлыҡта урынлашыуы шарт. Изделиеларҙы ҡулдарҙы алға һонған килеш тоҡандырыу хәйерлерәк. Янған «ут»тан 5-10 метр алыҫлыҡта тороғоҙ. Шулай уҡ тәмәке тартыу, уларҙы утҡа ырғытыу бөтөнләй рәхсәт ителмәй. Балаларға был эш менән мауығыу ҡәтғи тыйыла. Шартлатҡыстар ҡабынмаһа, уны ҡабаттан тоҡандырырға маташмағыҙ. Янған петардаларҙы кешеләргә һәм хайуандарға ырғытырға ярамай. Уларҙы банкаға, биҙрәгә, шешәгә һалыу ҙа хәүеф менән янай.


Читайте нас: