газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 10:35

Юл йөрөү фажиғә менән тамамланмаһын,

- ти Башҡортостан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов Салауатҡа эш сәфәре менән Башҡортостан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов килде. Ул ҡалабыҙҙың ЮХХДИ эше менән танышҡандан һуң, Салауат эске эштәр бүлеге бинаһында граждандарҙы ҡабул итте.

Башта Динар Заһит улы ҡала журналистары менән аралашты, респуб-ликалағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә туҡталды.

- Бөгөн юл-транспорт фажиғәләре бөтөн ил халҡын борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әүерелде. Йыл башынан ғына республикала юл фажиғәләрендә 500-ләп кешенең ғүмере өҙөлдө. Айырыуса хәүефле тип билдәләнгән юл участкалары ла бар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы белгестәре Өфөлә һәм республикала юл-транспорт ваҡиғалары күпләп теркәлгән урындар-ҙың картаһын төҙөнө. Юл-транспорт ваҡиғалары кәмеһә лә, үлеүселәр һаны артты. Аварияға килтергән өс төп сәбәп билдәләнгән: тиҙлекте арттырыу, ҡаршы юл һыҙатына сығыу, иҫерек килеш рулгә ултырыу. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә 2030 йылға юл-транспорт фажиғәһендә үлемде ноль кимәленә тиклем кәметергә ҡушҡайны. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы, Башҡортостан автоинспекцияһы алдында 2024 йылға тиклем һәр 100 мең кешегә юлда һәләк булыусылар һанын 4-кә тиклем кәметеү бурысы тора. Шуға ла мин көн дә тиерлек ҡала-райондарға сығып халыҡ менән аралашам, аңлатыу эштәре алып барам, - тине Динар Ғилметдинов.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ
Читайте нас: