18 декабрҙә көндөҙгә сәғәт 3-тә редакцияла (Нефтселәр проспекты, 29) төп приз велосипед уйнатыла. Бынан тыш башҡа бүләктәр ҙә оттороласаҡ. Сәпитебеҙ кәмиткә әйләнмәһә ярар ине, тип шөбһәләнеп торабыҙ әле, дуҫтар. Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, бүләк отоғоҙ, тип бар донъяға һөйөнсөләп өлгөрҙөк, ә бүләк сәпит өсөн, баҡтиһәң, һалым түләргә кәрәк икән дә. Ололар гел: “Оторһоң был хөкүмәтте”, - тип һөйләй ине. Был осраҡта ла тап шулай булып сыҡты. Шуға күрә беҙҙе аңларһығыҙ, моғайын, дуҫтар - һалым беҙҙең кеҫәгә кермәй, ә ҡаҙнаны байытыуға китә. Шәп бит, сәпитле лә булаһығыҙ, хөкүмәтебеҙгә лә файҙа.