газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 14:46

Һорауҙарым күп, яуаптары бармы?

- Беҙҙең ҡалала врачтар, терапевтар етмәй, тар белгестәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. С.Юлаев бульварындағы балалар поликлиникаһы үҙе төҙөлгәндән алып ремонт күргәне юҡ. Шулай уҡ элекке СМЗ поликлиникаһы ла ҡыҙғаныс хәлдә. Балалар баҡсаларында урын юҡ. Нефтехимиктар ҡалаһы артҡа тәгәрәгән кеүек. Кардан һәм Оптика заводтары юҡҡа сығарылды, быяла заводы көс-хәл менән йәшәп килә. Эш булмағанлыҡтан кешеләр Себергә, Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа йөрөй. Лабораториялы туберкулез диспансерын ябырға итәләр, ә туберкулез менән ауырыусылар һаны кәмемәй. Балалар өсөн бер ниндәй ҙә ял итеү, күңел асыу урындары юҡ. Ҡалала тик банктар ҙа, магазиндар ғына. Ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәр кеүек шаурма менән һатыу урындары күбәйә. СПАТП һәм трамвай ойошмалары килемһеҙ эшләй. Минзәлә Рахманғолова.

Семен Евграфов, ҡала хакимиәте эштәре менән идара итеүсе:

- Салауат дауаханаһы ҡала хакимиәте ярҙамы менән ҡалаға медицина йүнәлешендәге белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн әүҙем эш алып бара. Тәү сиратта, медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ биреү, йәш белгестәргә өҫтәмә түләү, йәштәр менән маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр төҙөп белем алыуға юллама биреү, кәрәкле белгестәрҙе бер нисә медицина учреждениеһында эшләүгә йәлеп итеү ҡаралған. 2017 йылда эшкә - 20, 2018 йылда 8 врач ҡабул ителгән. Медицина университетын тамамлаусы 6 кеше менән ординатурала маҡсатлы уҡытыу буйынса килешеү төҙөлгән.

Медицина учреждениеларындағы ремонтҡа килгәндә, әлеге ваҡытта балалар поликлиникаһында ремонт башланды, тип хәбәр итәбеҙ. 2019 йылға ололар поликлиникаһын ремонтлау планлаштырылған, уның сметаһы төҙөлә. Туберкулезға ҡаршы диспансерҙың ябылыуы тураһында бөтөнләй һүҙ ҡуҙғатылғаны юҡ.

Салауат ҡалаһында 40 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй һәм уларҙа һәр төрлө йәштәге баланы ҡабул итеү өсөн урындар бар. Ҡалала 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларҙың барыһына ла балалар баҡсаһына йөрөү мөмкинлеге булдырылған, ата-әсәнең теләге булһа, уның балаһы мәғариф идаралығындағы комиссияға мөрәжәғәт итеү менән баҡсаға йүнәлтелә ала. Бынан тыш, 2 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында бер йәшкә тиклемге баланы ла ҡабул итәләр.

Ҡаланың мәғариф системаһында 7 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Уларҙа 18 йәшкә тиклемге балалар өсөн бушлай түңәрәктәр алып барыла.

Салауат ҡалаһында 152 мең кеше йәшәй. Уларҙың 68 меңе ҡалала эшләй, 9 мең кеше вахтаға йөрөй, 38 мең пенсионер, 27,5 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Кардан заводы үҙгәртеп ҡоролдо, бөгөнгө көндә ул эшләй һәм уның хужаһы - «Салауатгидравлика». Оптика-механика заводы оборона комплексы предприятиеһы ине, 2010 йылда ул ябылды. «Салауатбыяла» йәмғиәте килемле предприятие булып иҫәпләнә, уңышлы эшләп килә, заводта 1200-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә. Салауатта эшһеҙлек кимәле иң түбәндәрҙән - 0,8 процент. Мәшғүллек үҙәгендә 1160 вакансия бар, 83 проценты эшсе белгестәр талап ителә.

СПАТП һәм Трамвай идаралығы һәр ваҡытта ла килемһеҙ эшләүсе ойошмалар булды, сөнки пассажирҙарҙы транспортта ташыуҙың үҙҡиммәте билет хаҡынан юғары. Шуның өсөн дә был предприятиелар бюджеттан дотация ала: СПАТП - республика ҡаҙнаһынан, трамвай идаралығы - урындағы бюджеттан.

Шаурма менән сауҙа итеүгә бәйле һорауға килгәндә, РФ Хөкүмәтенең «Айырым тауар төрҙәрен һатыу ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында» ҡарарына ярашлы, сауҙаға сығарылған тауарҙарҙың ассортименты, күрһәтелгән хеҙмәт исемлеге, шулай уҡ хеҙмәтләндереү формаһы һатыусы тарафынан үҙ аллы, эшмәкәрлегенең йүнәлешенә ярашлы, билдәләнә. 2018 йылдың 1 кварталында ҡала территорияһында конкурс нигеҙендә тик бер генә стационар булмаған сауҙа объектын урынлаштырыуға (Космонавтар бульвары, 13) килешеү төҙөлгән. Башҡа шаурма менән сауҙа итеү объекттары (павильондар) хужалыҡ итеүсе субъекттар менән субаренда тураһында килешеү нигеҙендә урынлаштырылған.


Читайте нас: