- РФ Президентының Май указдарына ярашлы, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы төбәктәге уртаса хеҙмәт хаҡына тап килеүенә мөһим. 2018 йылда Салауат ҡалаһы округында мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларында эшләүсе педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең планға ярашлы уртаса эш хаҡы 29 632 һум тәшкил итергә тейеш. Быйылдың ғинуар-ноябрь айҙарына балалар баҡсаларындағы педагогик хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы ошо күрһәткескә етте. Тәрбиәселәргә дәртләндереүсе өҫтәмәләр уларҙың һөнәри эшмәкәрлегенең сифат күрһәткестәренә ҡарап һәм хеҙмәт хаҡына бүленгән аҡса күләменән сығып түләнә.