газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 13:16

Бушлай каналдар ҡарағыҙ

1 ғинуарҙан аналог телевидениеһын күрһәтеү туҡтатыла, тип ишеткәйнем. Был нимәне аңлата? Ҡалалағы «Уфанет» йәмғиәте лә хеҙмәттәр өсөн хаҡты күтәрәме? Күпмегә артыуын белергә ине. Йәлил.

Һорауға «Уфанет» йәмғиәтенең Башҡортостандың көньяҡ төбәге буйынса филиалдар директоры Рөстәм Ғәлиев яуап бирә.

- Дөрөҫ, йыл башынан аналог телевидениеһы тарихҡа күсә һәм цифрлы телевидение дәүере башлана. Яңылыҡ элекке, иҫке антенналар менән ҡулланыусыларға ҡағыла. Артабан тапшырыуҙар ҡарау өсөн уларға махсус приставка алырға тура килер. Был сифатлы 20 каналды бушлай ҡарауға мөмкинлек бирә. Уларҙы техника һатылған һәр магазинда табырға мөмкин. Ә кемдәр «Уфанет», йә булмаһа башҡа компания абоненттары икән, улар өсөн бер үҙгәреш тә юҡ. Барыһы ла шул килеш ҡала.

НДС-ҡа хаҡ күтәрелеүе беҙҙең хеҙмәттәргә хаҡты арттырырға мәжбүр итте. Был интернетҡа ла ҡағыла. Уныһы һәр кем өсөн шәхсән, ниндәй тарифты файҙаланыуға ҡарап күтәрелә.


Читайте нас: