Беҙҙең тел осонан китмәгән тәмдәр юҡ хәҙер. Һауыт-һабалары ла СССР заманындағы шикелле: ҡырлы стакандар, сөм сеүәтәләр. Юҡ, барыбер, беҙҙең бала саҡ, үҫмер йылдары, йәшлегебеҙ ҡалған совет ашханаһына оҡшамаған. Тәм дә икенсе, йәм дә икенсе, ғәм дә икенсе, хаҡтар ҙа икенсе. Ә шулай ҙа күңелгә йылы булып ҡалды - хыялымдағы СССР-ға барып ҡайттым.